Көнүҙәк
3 Сентября 2021, 05:57

Бала саҡтан Ҡыҙыл буйы — йөрәгемә ингән уйыл

Быйылғы оҙайлы эҫе көндәре менән йонсотҡан йәй йылғабыҙҙы ҡоротоу ҡурҡынысы менән янай. Элекке шаулап-гөрләп, тулҡынланып аҡҡан Ҡыҙыл түгел ул бөгөн...

Бала саҡтан Ҡыҙыл буйы — йөрәгемә ингән уйылБала саҡтан Ҡыҙыл буйы — йөрәгемә ингән уйыл
Бала саҡтан Ҡыҙыл буйы — йөрәгемә ингән уйыл

Үткән аҙнала мессенджерҙарҙа Инйәр, Ағиҙел кеүек ҙур йылғаларҙың, шулай уҡ бөтә Әбйәлил тиерлек һыулаған Ҡыҙыл йылғаһының ҡоролоҡҡа дусар булыуы тураһында видеояҙмалар килә башлағас, хафаланып, йылғабыҙҙың бөгөнгө хәлен үҙ күҙебеҙ менән күрәйек тип, юлға сыҡтыҡ.
Ҡырҡтытауҙан башланғыс алған Оло Ҡыҙылдың дөйөм оҙонлоғо 172 километр һәм ул нигеҙҙә беҙҙең район, атап әйткәндә, Буранғол, Үтәгән, Ишҡол, Ишбулды, Сиҙәм, Үрге Әбдрәш кеүек ауылдар аша үтеп, Силәбе өлкәһендә Урал йылғаһына ҡоя. Таулы төбәктән башланған йылға буйҙарында ағастар үҫә, ә мул һыулы урындарҙа суртан, ажау, алабуға кеүек балыҡтар уйнай. Ысын мәғәнәһендә Әбйәлилдең тормош артерияһы ул. Ямғырлы йылдарҙа Ҡыҙылдың ярҙарынан сығып, ауылдарҙы баҫыуына үҙ күҙҙәребеҙ менән шаһитбыҙ. 2013 йылғы ташҡынды әле лә онотмайбыҙ: ул көндәрҙә Ҡыҙыл буйында ултырған ауылдар барыһы ла тиерлек һыу аҫтында ҡалды. Шулай ҙа райондаштар Әбйәлилдең төп йылғаһының ҡәҙерен белә. Йыл һайын яҙ башында, йәйгеһен уның ярҙары буйлап экологик өмәләр үтә, йыйылған сүп-сар түгелә.
Әммә быйылғы оҙайлы эҫе көндәре менән йонсотҡан йәй йылғабыҙҙы ҡоротоу ҡурҡынысы менән янай. Элекке шаулап-гөрләп, тулҡынланып аҡҡан Ҡыҙыл түгел ул бөгөн...
Тәүҙә Асҡарҙа йәшәүселәр генә түгел, Магнитогорск кешеләре лә ял итергә яратҡан, Иҙәш Ҡусҡары ауылы эргәһендәге урынға туҡтаныҡ. Алдағы йылдарҙа бында ярҙан йүгереп килеп һыуға һикерә торғайнылар. Хәҙер бында, шаяртыуҙағыса, «баш түбән торһаң — муйындан була». Кисеп сыҡмалы ғына һыу ағып ята.
Заманында, яҙғы ташҡын мәлендә Ҡыҙыл йылғаһы Ишҡол ауылы күперен дә йыуып алып киткәйне. Шунан һуң урынына тимер таяулы, ныҡлы һәм бейек күпер һалдылар. Был күпер аҫтында бөгөн ҡаҙҙар йөҙөп йөрөгәндәй генә һыу аға. Ләкин ныҡ һайығыу сәбәпле, балыҡтар ҡайҙа барырға белмәй сәбәләнә, яр ситтәрендәге ағастар ҙа ҡороп ултыра.
Тәпән ауылы күпере аҫты тәрән генә әле. Бында ла балыҡсы малайҙарҙы тап иттек. «Йәй буйы һыу төштөк, сумырға ла була», — тине улар беҙгә.
Мәхмүт ауылының элекке күпере төбөндә һыу кипкән тиергә була. Һыйырҙар ғына түгел, ҡаҙҙар ҙа күпер аҫтынан атлап сыға. Шулай ҙа йылғаның төп үҙәне буйлап шишмәләй генә булһа ла һыу бар әле.
Шул рәүешле Ишбулды, Әлмөхәмәт, Әбдрәш ауылдарын да ҡараныҡ — йылға ағышы туҡтамағанға шөкөр иттек. Көҙгө ямғырҙар булһа, Ҡыҙылыбыҙ һыуға тулыр тип өмөт итәйек.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас