Көнүҙәк
10 Сентября 2021, 06:00

Ундайҙарға ниндәй яза бирһәң дә аҙ кеүек...

Балалар хоҡуҡтары буйынса Рәсәй Президенты янындағы уполномоченный Анна Кузнецова Кузбаста һәләк булған ҡыҙҙарҙың ата-әсәләренең ҡайғыларын уртаҡлашып, педофилдарҙы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу кәрәклеген белдерҙе. «Педофилдарға ҡарата ҡаты яза тураһында закон ҡабул ителһен өсөн тағы нисә баланың үлеме кәрәк?» — тине ул.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты М. Емельянов бәлиғ булмағандарҙың шәхси именлегенә ҡаршы енәйәт ҡылған кеше-ләр өсөн үлем язаһын кире ҡайтарырға кәрәк, тип тәҡдим итте. «Кеше үлтереүсе педофилдарға һәм террорсыларға үлем язаһы тәғәйенләргә кәрәк», — тине ул. Быға тиклем дә, 2018 йылда, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Е. Мизулина балаларҙы көсләүсе һәм үлтереүселәрҙе террорсыларға тиңләргә кәрәк, тип белдергәйне. «Бәләкәй генә баланың енси ҡағылһыҙлығын боҙоу, уны үлтереү балаға ҡарата ҡылынған террор акты түгелме ни? Бының ни тиклем аяныс булыуын фажиғә кисергән әсәйҙәрҙән һәм атайҙарҙан һорағыҙ», — тигәйне ул. Уйламағандан әйтелгән һүҙҙәр түгел был. Һуңғы арала, ысынлап та, бигерәк шашты педофил тигән әҙәм аҡтыҡтары. Уларҙың бәлә-кәй генә ҡыҙсыҡтарға ҡул һоноуын күҙ алдына килтереп тә, ниндәй уй менән бындай вәхшилеккә барыуын башҡа һыйҙырып та булмай. 2017 йылда Рәсәйҙә 9600 бала енси көсләүгә дусар булған, шуларҙың 1800-енә 10 йәш тә тулмаған. 2018 йылда был һан 10 мең осраҡтан ашҡан!
Йән өшөткөс бер хәбәрҙән арынып та өлгөрмәйһең, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тағы шундай уҡ енәйәт ҡылына. Уҡыу йылы башланды һәм ике уҡыусы хәшәрәт енәйәтсе ҡорбаны булды. 6 сентябрҙә Киселевск ҡалаһында була был хәл. Бер класта уҡыған 10 йәшлек ике ҡыҙ иртәнсәк дәрескә китә, әммә тәғәйен ваҡытта мәктәптән әйләнеп ҡайтмай. Ата-әсәләр полицияға мөрәжәғәт итә. Тревога буйынса күтәрелгән хоҡуҡ һаҡсыларына ирекмәндәр ҙә ҡушыла һәм ҡаланың бөтә подъездары, ташландыҡ биналары, урман һыҙаттары ҡарап сығыла. Тикшереүҙе РФ Тәфтиш комитеты А. Бастрыкин үҙ контроленә ала. Ҡалала йәшәүселәр ҡыҙҙарҙы бер магазинда таныш булмаған ир менән күреүҙәрен әйтә. Ир уларға тәмлекәстәр һатып алып торғаны магазиндың видеока-мераһына ла эләгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 10 йәшлек ике баланың да үле кәүҙәһе ташландыҡ йортта табыла. Уларҙы үлтереүҙә шикле ир ҡулға алына. Һорау алыу барышында: «Мин уларға газировка һәм көнбағыш һатып алып бирҙем», — тип аңлата. Әммә бер аҙҙан енәйәт ҡылыуын таный. Ҡыҙҙарҙың икеһен дә көсләй һәм аҙаҡ йәндәрен ҡыя. Мыски ҡалаһында йәшәүсе 41 йәшлек был ир 2009 йылда бәлиғ булмаған үҫмерҙе көсләгәне өсөн 10 йылға хөкөм ителгән була. 2019 йылда иректән мәхрүм ителеү мөҙҙәте тамамланып, ул рәшәткә артынан сығарыла. Административ күҙәтеү аҫтына алына. Ләкин, контроль органдары шулай битараф эшләйме, енәйәтсе нисектер йәшәү урынын алмаштыра һәм тағы ҡот осҡос аҙымға бара.
30 июндә Төмән ҡалаһында йәшәүсе 8 йәшлек Настя исемле ҡыҙыҡай, һары ғына футболкаһын, шортыһын, ялтырауыҡлы босоножкаларын кейеп, урамға сыға һәм ай ярымға юғала... Дөрөҫөрәге, мәңгегә... 19 августа ғына уның йәберләнгән, ҡара пакетҡа төрөлгән кескәй генә кәүҙәһен ҡыуаҡтар араһынан табып алалар. Әйтеүҙәренсә, Настя, өйҙә интернет булмағас, бушлай Wi-Fi булған урынға барып, телефонына уйын яҙҙырып алырға ғына теләй. Тик уйын яҙҙырыу өсөн иң күбе ярты сәғәт кәрәк. Ә ҡыҙыҡай ярты сәғәттән дә, кискеһен дә, иртәгәһенә лә ҡайтмай. Уларҙың ғаиләһе йәшәгән район ҡалала имен булмағандар рәтендә. Йорт эргәһендә һыра, араҡы һатҡан магазиндар етерлек, балалар майҙансыҡтарында иҫерек әсәйҙәрҙе лә йыш күрергә мөмкин. Шуға Настяның да ҡарауһыҙ ҡалыуына күршеләре ғәжәпләнмәй. Ҡыҙыҡай юғалыуы тураһында полицияға хәбәр иткәс, тиҙ генә оператив эҙләү эштәре башлана. Төмән өлкәһенең Эске эштәр министрлығы хатта баланы табыусыға миллион һум аҡса ла вәғәҙә итеп ҡарай. Әммә барыһы ла бушҡа ғына. Ике айҙан социаль селтәрҙәрҙәге ориентировка урынына «Табылды. Һәләк булды...» тигән яҙыу баҫыла. Баланың кәүҙәһе төрөлгән пакет һәм ҡағыҙ элементтары эҙҙәре буйынса тикшереп, тәфтишселәр шикле кешене асыҡлай. Ул — Нягань ҡалаһынан күсеп килеп, ошо уҡ урамда йәшәгән 40 йәшлек ир булып сыға. Быға тиклем полицияла эшләп киткән тигән мәғлүмәт тә табыла. Ҡәбәхәт үҙ ғәйебен таный. «Иҫерек инем, хәтерләмәйем», — ти. Подъезда интернет тотоп торған ҡыҙыҡайҙы ул үҙ фатирына индереп, ауыҙын скотч менән йәбештереп көсләй һәм быуып үлтерә.
Август аҙағында үҙебеҙҙең республикала, Бөрө районында булған хәл бөтә Башҡортостанды тетрәтте. Әхирәтенең тыуған көнөн билдәләргә тип ата-әсәһенән рөхсәт һорап сыҡҡан 15 йәшлек ҡыҙ ул кистә өйөнә ҡайтмай. Бер нисә көндән уның кәүҙәһен ауыл эргәһендәге йырындан табалар. Асыҡланыуынса, урамда ултырған үҫмерҙәр янына ошо уҡ ауылда йәшәгән 21 һәм 24 йәшлек егеттәр килеп «байрам»ды берәүһенең йортонда дауам итергә саҡыра. Ҡыҙҙар нишләптер ризалаша. Тик һуңынан бөтәһе лә таралышып бөткәс, иң аҙаҡта тороп ҡалған 15 йәшлек баланы был ике әҙәм көсләй һәм үлтереп, йорттан сығарып ташлай. Енәйәтселәр ҡулға алына. Ҡыҙыҡайҙың бер генә яңылыш аҙымы — белмәгән кешеләр менән сит өйгә барырға ризалашыуы ошондай башҡа һыймаҫлыҡ фажиғәгә килтерә.
Иң ҡәҙерле, яҡлауға иң мохтаж кешеләргә — балаларға ҡул һонған, үҙенең енси нәфсеһен тыя белмәгән бындай әҙәмдәргә ҡаты сара күрелергә тейештер. Әгәр ул үлем язаһына хөкөм ителәсәген, йәки ғүмерлеккә рәшәткә артына ултырасағын, бик булмаһа химик кастрацияға дусар ителәсәген белһә, был аҙымға барырҙан алда уйланыр ине, бәлки. Юғиһә, колонияла 7 – 10 йыл ултырып сығалар ҙа, тағы бәләкәй ҡыҙҙарға һөжүмен башлайҙар. Һәм улар беҙҙең арала йәшәй, эшкә йөрөй, ҡайһы берәүҙәрен енәйәтсе тип уйламаҫһың да. 500 метр алыҫлыҡта урынлашҡан мәктәпкә барып еткәнсе лә хәүеф янаған ошондай шарттарҙа нисек балаңды үҙ аллылыҡҡа өйрәтергә һуң? Кемгә ышанырға?
Балалар хоҡуҡтары буйынса Рәсәй Президенты янындағы уполномоченный Анна Кузнецова кисә Кузбаста һәләк булған ҡыҙҙарҙың ата-әсәләренең ҡайғыларын уртаҡлашып, педофилдарҙы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу кәрәклеген белдерҙе. «Педофилдарға ҡарата ҡаты яза тураһында закон ҡабул ителһен өсөн тағы нисә баланың үлеме кәрәк?» — тине ул.
Президент күрһәтмәһе буйынса балалыҡты һаҡлау стратегияһы булдырыла. Унда балаларға көтөлмәгән хәлдә үҙеңде нисек тоторға ентекле өйрәтеүсе махсус программалар буласаҡ, сөнки кескәй бала йыш ҡына үҙенә ҡурҡыныс янауын аңламай.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас