+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Октябрь 2021, 16:55

Тәфтиш комитеты педофилдарға ҡәтғи яза биреү яҡлы

Рәсәй Тәфтиш комитетында рецидивист педофилдарҙы ғүмерлеккә рәшәткә артына ултыртыу дөрөҫ булыр ине, тип белдерҙеләр.

«Был мәсьәлә бөгөн көнүҙәк, — тиелә унда. — Сөнки балаларҙы йәберләгән өсөн хөкөм ителгән кешеләр, иреккә сыҡҡас, тағы ошондай уҡ енәйәткә барыу осраҡтары йыш ҡабатлана. «Педофилия» диагнозы ҡуйылған әҙәмдәрҙә рецидив ихтималлығы ҙур. Әгәр уларҙың холҡон үҙгәртеп булмай икән, тимәк улар ғүмер буйы рәшәткә артында ултырырға тейеш». Илдә йылына балаларҙы көсләү һәм үлтереү буйынса рецидивист педофилдарға ҡарата  50-гә яҡын хөкөм ҡарары сығарыла. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Тверь өлкәһендә 46 йәшлек ир, баланы көсләгән өсөн, суд алдына баҫты. Ә ул, быға хәтлем, 2006 йылда үҙенең ҡыҙын көсләгән өсөн иркенән мәхрүм ителгән булған.

Педофилдарҙы ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү тураһында закон проекты Дәүләт Думаһына сентябрҙә тәҡдим ителде. Инициатива Кемерово өлкәһендә яңыраҡ төрмәнән сыҡҡан ир 10 йәшлек ике ҡыҙҙы үлтергәндән һуң документ булып формалашты.

Тәфтиш комитеты педофилдарға ҡәтғи яза биреү яҡлы
Тәфтиш комитеты педофилдарға ҡәтғи яза биреү яҡлы
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: