+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Октябрь 2021, 10:44

Хәл хәүефле

Ҡош киҙеүе республикабыҙҙың төньяғынан Туймазыға инде һәм беҙҙең район менән сиктәш булған Силәбе өлкәһендә лә был ҡурҡыныс сир теркәлде. Шуға күрә әбйәлилдәргә лә вирус таралыуынан бик һаҡ булырға кәрәк.

Ҡош киҙеүе республикабыҙҙың төньяғынан Туймазыға инде һәм беҙҙең район менән сиктәш булған Силәбе өлкәһендә лә был ҡурҡыныс сир теркәлде. Шуға күрә әбйәлилдәргә лә вирус таралыуынан бик һаҡ булырға кәрәк.
Ҡош киҙеүен профилактикалау һәм уның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында иң элек ҡаҙ-өйрәктәрҙе, күркә-тауыҡтарҙы тышҡа сығармауығыҙ һорала. Мөмкин булһа, уларҙы ябыҡ ҡураларҙа тотоу яҡшыраҡ. Сөнки асыҡ кәртәлә булғанда уларҙың еменә турғай, күгәрсен, ҡарға һәм башҡа ҡоштар осоп төшә, уларҙың һауытынан һыуын эсә. Был ҡоштар сирле булһа, ауырыуҙары шунда уҡ йорт ҡоштарына йоғасаҡ.
Ә беҙҙә хәл нисек һуң? Күптәр ҡышҡылыҡҡа һуйыу өсөн күпләп ҡаҙ-өйрәк көтә һәм уларҙы ошо сир таралыу ҡурҡынысы булыуы хаҡында күпме иҫкәртәбеҙ, был хаҡта радио-телевизорҙа ла, интернет киңлектәрендә мәғлүмәттәр етерлек булһа ла, халыҡ уларҙы ҡапҡа эсендә көтөү түгел, йылға-күл буйҙарына сығарыуын дауам итә. Миҫалға Асҡар быуаһын ғына алайыҡ, унда бөгөн булһа ҡош-ҡорт тулы.
Беҙҙең төбәктә сир асыҡлана ҡалһа, йәй буйы ҙур ыҙалыҡ менән үҫтергән ҡош-ҡортоғоҙ тулыһынса юҡ ителәсәк, ошо сәбәпле күпме зыян килтереләсәк!?
Шулай уҡ ҡош-ҡортҡа емде мотлаҡ бешереп, һис юғы, ҡайнар һыуҙа бешекләп бирергә кәрәк. Сөнки киҙеүҙең ҡош еме аша таралған осраҡтары ла бар. Хәҙерге көндә һәр кемдә туңдырғыстар бар, шуға күрә һуғымға өлгөргән ҡаҙ-өйрәктәрегеҙҙе һуйып ҡалыу отошло булыр ине.
Бөгөн ауылдарҙа һәр ерҙә ветеринарҙар малдарға яҙғы-көҙгө эшкәртеү менән мәшғүл. Улар шулай уҡ урындарҙа халыҡҡа ҡош киҙеүен профилактикалау хаҡында аңлатмалар бирә, талаптарҙың үтәлешен күҙәтә. Сөнки ауырыуҙың таралыу-таралмауы һәр кемдән тора, был йүнәлештә ҡуйылған талаптар аныҡ һәм теүәл үтәлһә, сир районға үтеп инә алмаҫ.
Ҡош киҙеүенең кешегә йоғоу осраҡтары теркәлеүе хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк.
Ләйсән ФӘТХУЛЛИНА, ветеринар врач.

Автор:
Читайте нас: