+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Октябрь 2021, 08:10

Вакцина яһатмағандарҙы эштән ситләтәсәктәр

"Башкирия Online" каналы хәбәр итеүенсә, Роспотребнадзорҙың кисә үткән брифингыһында Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак вакцинаһыҙ кешеләр эштән ситләтеләсәк, тип белдерҙе

Башҡортостан эш биреүселәре 18 декабрҙән ковид вирусына ҡаршы прививка эшләтеүҙән баш тартҡан хеҙмәткәрҙәрҙе эш хаҡы түләмәйенсә эштән ситләтергә тейеш була. "Әгәр эш  биреүсе быны эшләмәй икән, Роспотребнадзор рейд барышында вакцина яһатмаған кешеләрҙе барыбер асыҡлаясаҡ һәм эш биреүсе административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ",  тине Анна Казак. Граждандар өсөн 15 меңдән 40 мең һумғаса штраф ҡаралған. Юридик берәмектәргә был талапты үтәмәһәләр150 мең һумға хәтлем штраф һәм 90 тәүлеккә эшмәкәрлекте туҡтатыу янай.

Вакцина яһатмағандарҙы эштән ситләтәсәктәр
Вакцина яһатмағандарҙы эштән ситләтәсәктәр
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: