

Автомеханик, иретеп йәбештереүсе, тракторсы, ашнаҡсы кеүек иң кәрәкле, эшсе һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләүсе һөнәрселек училищеһы хәҙер Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы тип йөрөтөлә. Бер кемгә лә сер түгел, мәктәптә әллә ни өлгәше менән маҡтана алмаған, артабан юғары белем алырға ынтылмаған ҡыҙ-егеттәр 9-сы кластан һуң ошонда килеп, һөнәр үҙләштерә. Берҙәм дәүләт имтихандарында яҡшы һөҙөмтәләр талап иткән мәктәптәр етәкселеге лә, йыш ҡына, «өслө»гә уҡыған балаларҙы 11-се класҡа ҡалдырырға теләмәй, шунлыҡтан училище 9-ҙан һуң ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалыусылар өсөн бик ҡулай урын ул.
Һәр ерҙәге кеүек, бында ла төрлө холоҡло балалар бар. Кемдер, ысынлап та, кәрәкле һөнәргә өйрәнәйем, «права»ға уҡыйым тигән маҡсат менән килһә, кемдер «бәйҙән ысҡынған эт кеүек», ата-әсә йортонан сығып китеү менән, иреккә сыҡҡас, ни теләй шуны ҡыланып ҡалырға маташа. Имен булмаған ғаиләләрҙән килгән студенттар ҙа етерлек. Улар, бәләкәй саҡтан өйҙәрендә даими рәүештә эскелек, аҙғынлыҡ күреп үҫкәнгә, ата-әсәһенең йүнһеҙ һыҙаттарын ҡабатлауы ла ихтимал. Күптәре, быға тиклем тәртип боҙғандары өсөн бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торған.
Ошо көндәрҙә колледжда бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса район комиссияһының күсмә профилактик ултырышы үтте. Уның эшендә комиссия секретары Нәдилә Фәттәхова, эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса төркөмө инспекторы Сәғиҙә Сафина, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса белгесе Дилбәр Хажина ҡатнашты.
Улар, иҫәптә торған, йәки хоҡуҡ боҙған егет-ҡыҙҙарҙы һәр береһен айырым саҡырып, әңгәмәләшеү үткәрҙе, борсоған һорауҙарына яуаптар, кәңәш бирҙе, киләсәккә йүнәлеш ҡуйҙы.
Һәр баланың яҙмышы үҙенсә. Береһен йәлләп, икенсеһен әрләп булмай. Әммә, улар менән әңгәмәләшкәндән һуң, ата-әсәләрҙең үҙ балаларының йәшәйешенә, киләсәгенә битарафлығы борсоуға һала. Училище һеҙҙең балаларҙы ҡабул итеп алған икән, артабан тик уҡытыусылар улар өсөн яуаплы тигәнде аңлатмай. Педагогтар белем биреү менән бергә, һәр береһен тәрбиәләргә лә тырыша, һүҙ юҡ. Тик тәрбиәнең башы — ғаиләлә. Әгәр әсәй йәки атай, балаһына «уҡырға кәрәк, һөнәр алһаң, эшең дә булыр», — тип өйрәтеп тормаһа, әле нығынып та етмәгән баланан ниндәй үҙ аллы ҡарар көтөргә мөмкин?
Ҡыйыуһыҙ ғына күренгән бер ҡыҙыҡай менән һөйләшәбеҙ. Күп балалы ғаиләлә үҫкән ул. Бәләкәйерәк сағында әсәһе эскән өсөн, балаларҙы ваҡытлыса тартып алғандар, төрлө ғаиләләргә урынлаштырғандар. Шунан әсәй кеше аңына килеп, эскеһен ташлап, донъяһын төҙөкләндереп, башҡа улай ҡыланмаҫҡа анттар биреп, балаларын кире ҡайтарып алған. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетле тормош оҙаҡҡа бармаған, ҡатын тағы «йәшел йылан» ауына эләккән. Бындай шарттарҙа үҫкән ҡыҙҙың, билдәле, дөрөҫ юлдан тайпылыу ихтималлығы ҙур. Әле лә ул, ирҙән-иргә йөрөгән әсәһенең янына ҡайтырға теләмәй, ял көндәрендә әхирәттәренә барып йөрөүе асыҡланды.
1-се курсҡа уҡырға килгән үҫмер өләсәһе менән йәшәй. Әсәһе яғынан тейешле тәрбиә булмауы арҡаһында үҙе лә кесе йәштә үк араҡы эсеп ҡараған, һуғышҡан өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған. «Ашнаҡсыға уҡыйым, диплом алғас, армияға барырға теләйем», — ти ул. Әммә яҡшы ҡылыҡһырлама алыу, иҫәптән төшөү өсөн уға дәрес ҡалдырмаҫҡа, тәртип боҙмаҫҡа кәрәк.
Шулай уҡ тиҫтерҙәре менән һуғышып, иҫәпкә алынған егет, бында килгәс, уҡыуын яҡшыртҡан, тик әлдән-әле дәрес ҡалдырыуы педагогтарҙы борсой.
«Эсеүемде ташланым, ә тәмәке тартам әле», — тип асыҡ әйткән тағы бер егет быйыл икенсе курсҡа килгән, шул арала һабаҡташтары менән һуғышырға өлгөргән...
Мәктәптә уҡығанда тәмәке тартыуы, кискеһен урамда йөрөгәне өсөн комиссияға иҫәпкә алынған егетте уҡытыусыһы маҡтаны: «Ул староста урынбаҫары, дәрес ҡалдырыусыларҙы үҙе контролдә тота, спорт менән шөғөлләнә, автомеханикка уҡып йөрөй», — тине. Бәлки, маҡсатынан тайпылмай, яҡшы уҡып сығыр, тигән өмөт бар, тимәк.
Октябрь башында тыуған көнөн «йыуған» тағы бер үҫмер йыш дәрес ҡалдыра, ауылға ҡайтһа, ваҡытында килеп етмәй, шул арҡала уҡыуы ла аҡһауы асыҡланды. «Ата-әсәләр балаларҙың дәрескә даими йөрөүен, һуңламауын тәьмин итергә бурыслы, — тине Н. Фәттәхова. — Колледж уҡытыусылары һуңлаған студенттарҙы өйөнә барып теүәлләп йөрөй алмай».
Әйткәндәй, был үҫмерҙәрҙе бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиянан иҫәптән төшөрөү өсөн, уларҙың яҡшы өлгәшеүе, дәрес ҡалдырмауы, хоҡуҡ боҙмауы һәм ниндәй ҙә булһа спорт түңәрәгендә шөғөлләнеүе шарт. Ләкин әлеге көндә колледжда волейбол һәм баскетболдан тыш, башҡа секция эшләмәй. Тренер штаты ла ҡаралмаған икән. Ә бит заманында һөнәрселек училищеһы милли көрәш, саңғы, еңел атлетика буйынса район ғына түгел, хатта республика чемпиондарын әҙерләй ине! Бындай күнекмәләргә йөрөгән малайҙарҙа эскелек менән мауығыу тураһында уй ҙа тыуманы, сөнки тренерҙың абруйы ҙур булды. Мәктәптә уҡығанда көрәш, самбо менән ихлас шөғөлләнгән студенттар бөгөн дә байтаҡ колледжда. Бына шуларҙы спорт түңәрәктәренә йәлеп итеү, ярыштарға йөрөтөү мәсьәләһен яҡын арала хәл итеү зарур. Таштимергә хәҙер Әбйәлил балалары ғына түгел, хатта Магнитогорск ҡалаһынан йөрөп белем алған егеттәр бар. Тимәк, эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Һәм уларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү училище етәкселеге иңендә генә ҡалырға тейеш түгелдер тип иҫәпләйем.
Шәхсән әңгәмә һуңынан комиссия ағзалары 1 - 2-се курс студенттарына дөйөм лекция уҙғарҙы. Унда Нәдилә Ғизетдин ҡыҙы һәм Сәғиҙә Нуриәхмәт ҡыҙы хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн ниндәй яуаплылыҡ ҡаралыуы, «комендант сәғәте» тураһында ентекле һөйләне. Белемле, һөнәрле булыуҙың киләсәк өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңлатты.