+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Ноябрь 2021, 23:05

18 декабрҙән прививка һалдырмаған кешеләр эш урынына индерелмәй. Улар өсөн кем эшләйәсәк икән һуң?

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә юғары әҙерлек режимына ярашлы сираттағы сикләүҙәр тураһында һүҙ барҙы.

“Роспотребнадзор күрһәтмәһенә ярашлы, 18 декабрҙән эш биреүселәр айырым хоҡуҡҡа эйә була. Улар сәләмәтлек торошо буйынса вакцина ярамай тигән ҡағыҙы (медотвод) булмайынса, коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеүҙән баш тартҡандарҙы эш урынына индермәйәсәк, - тине Радий Хәбиров. - Был сикләү юғары әҙерлек режимы алынғанға хәтлем ғәмәлдә буласаҡ”.

Был ҡарарын республика Башлығы бары тик вакцинация ғына коллектив иммунитет булдырасаҡ тип аңлата. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар бит әле ул: былай ҙа райондарҙа сирләүселәр күп, эштә кешеләр етмәй, сөнки үҙҡурсалауға китергә мәжбүр булғандар. Әгәр прививка яһатмауға ҡарамаҫтан ковид йоҡтормай ҡәҙимге эшләп йөрөгән кешене эш урынына индермәһәләр, улар өсөн кем эшләй икән?

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: