+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Ноябрь 2021, 10:55

Байым дауаханаһы ябылмай

Район башлығы Илдар Нафиҡов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров Байым ауылы халҡы менән йыйын уҙғарҙы. Һөйләшеү өсөн етди сәбәп бар ине. Бер көн алда социаль селтәрҙәрҙә Байым участка дауаханаһын ябыу хаҡында видеояҙма таралды.

Байым дауаханаһы ябылмай
Байым дауаханаһы ябылмай

Район башлығы Илдар Нафиҡов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров Байым ауылы халҡы менән йыйын уҙғарҙы. Һөйләшеү өсөн етди сәбәп бар ине. Бер көн алда социаль селтәрҙәрҙә Байым участка дауаханаһын ябыу хаҡында видеояҙма таралды. Илдар Нафиҡов халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, был яңылыҡтың дөрөҫлөккә тап килмәүен, шуның өсөн асыҡтан-асыҡ һөйләшергә теләүен әйтте.
— Байым участка дауаханаһын бер кем дә ябырға йыйынмай, имеш-мимеш хәбәрҙәргә ышанмағыҙ. Үҙемдең һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән был хәлгә юл ҡуйылмаясаҡ, тип аныҡ белдерәм. Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә: ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә, дауаханалар заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Коронавирус сире таралыуға бәйле ҡатмарлы осорҙа бындай аҙымға бер кем дә бармаясаҡ, — тине Илдар Таһир улы.

Хакимиәт башлығы Байым төбәге өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе: тиҙҙән Яңы Балапанда өр-яңы ФАП сафҡа индерәләсәк.
Баш табип Илгиз Килдейәров та дауахана ябылыу тураһында һүҙҙе инҡар итте. Ул аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында оло ығы-зығы ҡубыуына аңлатма бирҙе.
— Бөтә көс коронавирус менән сирлеләрҙе дауалауға йүнәлтелгәнгә, республика буйынса көндөҙгө стационар урындары файҙаланылмаған. Йыл аҙағына тиклем беҙҙең районға 160 көндөҙгө койка-урынды файҙаланыу мөмкинлеге бирелде. Беҙ уларҙы Асҡар, Сиҙәм һәм Байым дауаханаларына бүлдек, — тине Илгиз Рәсүл улы. — Әлеге ваҡытта Байым участка дауаханаһы стационарында 10 койка-урын иҫәпләнә. Йыл аҙағына тиклем ун урындың бишәүһен көндөҙгө урынға үҙгәртеп торабыҙ. Бындай ысул күберәк кешене дауалау мөмкинлеге бирә. Яңы йылдан һуң стационар элеккесә эшләйәсәк.
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән урындар кәмегәс, медиктар ҡаламы һәм көндөҙгө стационарҙа дарыуҙар бушлай буламы тигән һорауҙарға ыңғай яуаптар бирелде.
— Байым дауаханаһы коллективына ошо төбәк халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бер нимәгә ҡарамай, тырышып эшләйҙәр. Проблемалар күп: педиатр, стоматолог, регистратура хеҙмәткәре юҡ, «Ашығыс ярҙам» машинаһы иҫке, электр, канализация селтәрҙәрен яңыртыу талап ителә, — тине Ишморат Ҡалдаманов. — Ун ауыл халҡы күҙ төбәп торған дауаханаға ярҙам итеү сараһын күрһәгеҙ ине.
— Алдан иҫкәртһәгеҙ, халыҡ араһында аңлатыу алып барһағыҙ, ҡаңғырыҡ булмаҫ ине. Бөгөн һүҙ ҡыҫҡартыу хаҡында түгел, киреһенсә урындар өҫтәү, медикаменттар, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү тураһында барырға тейеш, — тине Илнур Һөйөндөков.
Байым дауаханаһы яҙмышына борсолған ташбулаттар ҙа йыйынға килгәйне. «Беҙҙә өс кенә урын, халыҡ күп, шуға дауаланыу өсөн Байымға йөрөйбөҙ. Ябай халыҡтың аһ-зарын ишетегеҙ, япмағыҙ», — тинеләр. Улар үҙҙәренең проблемаһын да еткерҙе, Ташбулат дауаханаһы өс урын менән генә эшләп тороуын, йыһаз да бик иҫке булыуын әйттеләр.
— Беҙҙең яҡҡа «Ашығыс ярҙам» машинаһын яңыртыуҙы тәү сиратта хәл итеү мөмкин түгелме? Район үҙәгенән иң алыҫта ятҡан төбәк бит. Мәҫәлән, Аһылайҙа ФАП бар, фельдшер юҡ. Төрлө хәлдәр булып китә. Инсульт кисергән кешегә Асҡарҙан «Ашығыс ярҙам» дүрт сәғәттән һуң килде, — тине Рәйес Ғайсин. — Үҙегеҙ машина менән алып килегеҙ тиҙәр, ауыр хәлдәге кешене нисек йөрөтәһең? Беҙҙең ауылға юл да насар. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итһәгеҙ ине.
Мораҡайҙан Зөлфир Фәйзуллин Байым участка дауаханаһы лабораторияһын киренән асыу мәсьәләһен күтәрҙе. Баш табип хәҙер хатта үҙәк дауаханала лаборатория булмауын, анализдар Белоретҡа ебәрелеүен белдерҙе.
Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин халыҡ менән осрашып, хәлде аңлатыуҙары өсөн район етәкселегенә рәхмәт әйтте.
Йыйындан һуң хакимиәт башлығы Байым участка дауаханаһы коллективы менән осрашты.
— Ҡатмарлы осорҙа, арымай-талмай, халыҡтың һаулығы һағында тороуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Көсөргәнешле шарттарҙа тотороҡло эшләүегеҙ маҡтауға лайыҡ, — тип билдәләне Илдар Таһир улы. — Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, Байым дауаханаһы ябылмаясаҡ, был үҙгәрештәр тик ваҡытлыса. Бер кем дә эш урынһыҙ ҡалмаясаҡ, штат шул көйө буласаҡ, борсолмағыҙ. Дауаханалағы проблемалар буйынса хәбәрҙармын, тик һуңғы ике йылда коронавирусҡа бәйле бюджет саралары ныҡ ҡыҫҡарҙы, бөтә аҡса ковид менән сирлеләрҙе дауалауға йүнәлтелә. Бер кемгә лә еңел түгел, әҙерәк түҙергә кәрәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: