+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Декабрь 2021, 08:30

Сүп-сар мәсьәләһе – көнүҙәк

Өфөлә III “Ҡалдыҡтар менән эшләү: хәҙерге хәле һәм киләсәге” халыҡ-ара конференцияһы үтте. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Конференция БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм “Йәшел Башҡортостан” республика экология проекты ярҙамында Өфө дәүләт нефть-техник университетының Бизнес экосистемалары институтында үтте. Сара  “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһы” төбәк проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Студенттарҙы фәнни-тикшеренеү эштәренә йәлеп итеү юғары һөнәри белем биреүҙең төп бурысы булып тора. Был белемде һәм оҫталыҡты туҡтауһыҙ киңәйтергә, тәрәнәйтергә теләк булдырырға ярҙам итә. Конференцияларҙа ҡатнашыу фәнни мәктәптәрҙе һаҡларға, эҙләнеүселәрҙең Рәсәйҙең инновацион иҡтисады ихтыяждарына яуап биргән яңы быуынын үҫтерергә мөмкинлек бирә, – ти ӨДНТУ-ның Иҡтисад һәм сервис институты директоры Наталья Солодилова.

Иң яҡшы эштәр йыйынтыҡ булып баҫылып сыға.

Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: