+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Ғинуар 2022, 15:35

Газ үткәреү планы арттырылған

Был турала бөгөнгө ултырышта әйтелде.

«Газпром межрегионгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов төбәктең «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында бөгөнгө көнгә Башҡортостан буйынса план-графигына 2,6 мең тораҡ пунктта 130 меңдән ашыу йорт ингәнен хәбәр итте. Беҙгә 19 мең ғариза килгән, 2 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелгән. Төбәктә власть органдары һәм селтәр ойошмалары менән рөхсәт һәм килешеүҙәрҙе биреү процедураларын ябайлаштырыу, ваҡытты ҡыҫҡартыу буйынса кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителде.

«Беҙҙә газ үтмәгән ауылдар байтаҡ әле. Халыҡ беҙгә йорттарына газ үткәреүҙе һорап йыш мөрәжәғәт итә. Алдағы өс-дүрт йылда менән газ үткәреү процентын 10 процентҡа арттырырбыҙ һәм был һанды 94 процентҡа еткерербеҙ,"- тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: