+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Ғинуар 2022, 17:40

Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү өсөн урман питомниктары булдырыла

Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү һәм ағас үҫентеләре үҫтереү өсөн урман питомниктары булдырыла. Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта урманды файҙаланыуҙың яңы төрөн – «урман питомниктары булдырыу һәм уларҙы файҙаланыу»ҙы индергән закон ҡабул итте. Был төп ағас тоҡомдары үҫентеләрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү өсөн урман питомниктары булдырыла
Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү өсөн урман питомниктары булдырыла

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү һәм ағас үҫентеләре үҫтереү өсөн урман питомниктары булдырыла. Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта урманды файҙаланыуҙың яңы төрөн – «урман питомниктары булдырыу һәм уларҙы файҙаланыу»ҙы индергән закон ҡабул итте. Был төп ағас тоҡомдары үҫентеләрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Урман питомниктары өсөн бүленгән участкаларҙа капиталь объекттар һәм капиталь булмаған ҡоролмалар төҙөргә мөмкин.

«Башҡортостан урманды яһалма тергеҙеү күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Быға төбәк проекттары һәм урманды һаҡлау буйынса төрлө акциялар булышлыҡ күрһәтә. Ағас ултыртыу техникаһы һатып алына. Ләкин урманды тергеҙеү өсөн сифатлы үҫентеләр кәрәк. Ҡабул ителгән закон республикала питомниктар һанын арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш», – тине парламент спикеры Константин Толкачев.

Был эштәр "Экология" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: