Көнүҙәк
15 Марта 2022, 09:50

Хөкүмәттә аҙыҡ-түлек дефициты янамай тип белдерҙеләр

Тышҡы иҡтисади баҫым шарттарында Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек дефицитын тыуҙырырға йәки ассортименттың  ярлыланыуына килтерерлек бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. #ВладимирПутин

Вице-премьер Виктория Абрамченко Рәсәйҙә аҙыҡ-түлеккә дефицит булмаясаҡ тине.

- Тышҡы иҡтисади баҫым шарттарында аҙыҡ-түлек дефицитын тыуҙырырға йәки ассортименттың  ярлыланыуына килтерерлек бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Беҙ баҙарҙың йүнәлешен үҙгәртәсәкбеҙ, үҙ-ара отошло сауҙаны яйлаясаҡбыҙ, дуҫ илдәр менән партнерлыҡ селтәрен киңәйтәсәкбеҙ, - тип белдерҙе ул.

Уның һүҙҙәре буйынса көнбайыш санкциялары Рәсәйҙе агросәнәғәт изоляцияһына илтмәйәсәк, сөнки беҙҙең компаниялар яңы партнерҙар менән килешеүҙәр төҙөй. Рәсәй үҙен төп аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә ала, тине Абрамченко.

#ВладимирПутин

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас