+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Апрель 2022, 14:15

Районда мал көтөүҙе ойоштороу тураһында

Ауыл биләмәләрендә мал көтөүҙе анализлау буйынса иң һөҙөмтәле ысул — көтөүсе менән килешеү төҙөү.

Районда мал көтөүҙе ойоштороу тураһында
Районда мал көтөүҙе ойоштороу тураһында

2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата райондың дөйөм ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 205750 гектар тәшкил итә, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 76594 гектар, 51986 гектар сабынлыҡ, көтөүлек 77111 гектар.
Бөгөнгө көндә район буйынса 31800 баш эре мал, 8183 ат, 39814 баш һарыҡ һәм кәзә, шул иҫәптән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа 25856 баш эре мал, 34584 баш ваҡ мал, 3655 баш ат теркәлгән.
2003 йылдың 6 октябрендә ҡабул ителгән 131-се «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы Федераль закон һәм Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 30 майындағы 404-з «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы малдарын көтөү тәртибе тураһында»ғы законға ярашлы, һәр ауыл биләмәһендә «Әбйәлил районының ауыл биләмәләрендә мал көтөү тәртибе тураһында» положение ҡабул ителгән.
2021 йылда ауыл биләмәләрендә көтөүселәр менән 31 килешеү төҙөлдө, 56 ауылда халыҡ сиратлап көттө.
Ауыл биләмәләрендә мал көтөүҙе анализлау буйынса иң һөҙөмтәле ысул — көтөүсе менән килешеү төҙөү. Был йәһәттән беҙҙең ыңғай тәжрибә бар, мәҫәлән, биләмә башлыҡтары район хужа- лыҡтары менән берлектә көтөүселәрҙе ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итә йәки башҡа дәртләндереү саралары уйланылған.
Шулай уҡ ҡайһы бер ауылдарҙа малды сиратлап көтөү яҡшы ойошторолған, журнал алып барыла, сират күҙәтелә. Был эште үҙ контроле аҫтына алғандай, ауыл халҡына һүҙе үткәндәй кешеләр һәр ауылда бар.
Шул уҡ ваҡытта мал сиратлап көтөлгән ауылдарҙа көтөү бер ай йәки ай ярым ғына булған осраҡтар ҙа бар, сөнки күптәр был эшкә яуапһыҙ ҡарағандарҙы яллай һәм мал йүнләп көтөлмәй.
Әгәр эре һәм ваҡ малды көтөүгә иғтибар бүленһә, шәхси секторҙа йылҡы көтөү менән проблема әлегә бар. 2021 йылда һәр биләмәлә ат тотоусылар менән йыйылыштар үткәрелде, унда ат хужаларының хоҡуҡтары һәм бурыстары аңлатылды. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына йылҡы тотоусылар менән берлектә көтөүҙе ойоштороу, бының өсөн тәғәйенләнгән ер учаскаларын ҡуртымға биреү тәҡдим ителде.
Мал көтөүҙә тәртип булдырыу буйынса ҡабул ителгән сараларға ҡарамаҫтан, йәйге осорҙа шәхси сектор малдарының көтөүһеҙ йөрөгән осраҡтары күп. Малдар ауыл эсендә ҡараусыһыҙ йөрөй, хужалыҡтарҙың сәсеүлектәрен тәләфләй, халыҡтың сабынлыҡтарын тапай. Юлдарҙа кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙыра.
Шуның арҡаһында берәҙәк мал йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғалары сәбәпсеһе булып тора. Мәҫәлән, 2021 йылда юлда йөрөгән мал арҡаһында 37 авария теркәлгән, мал ҡарауһыҙ булған 390 осраҡ асыҡланған.
БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.3-сө статьяһы буйынса «Мал көтөү тәртибен боҙоу»ға ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Уҙған йылда был статья буйынса 390 эш тикшерелгән (2020 йылға ҡарата 110 процент), уларҙың 311-е (146 процент) административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 660 000 һум (177 процент) административ штраф һалынған. Һәр ауыл биләмәһендә протокол төҙөү хоҡуғына эйә вәкилдәр бар. Әммә бөтә ауыл биләмәләрендә лә был йүнәлеш буйынса эш алып барылмай. 390 протоколдың (2020 йыл менән сағыштырғанда 2 тапҡырға артҡан) 300-ен ауыл биләмәләре, ә ҡалғанын ауыл хужалығы бүлеге һәм полиция хеҙмәткәрҙәре төҙөгән.
2020 йылда «Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районында 2020-2025 йылдарға агросәнәғәт комплексы үҫеше» муниципаль программаһына «2020-2022 йылдарға район биләмәһендә мал көтөү тураһында» подпрограммаһы ҡабул ителде, шулай уҡ ҡарауһыҙ йөрөгән малды ваҡытлыса ябыу пункттарына бикләү тәртибе билдәләнде. Подпрограмма сиктәрендә түбәндәге саралар ҡаралған: 4 ваҡытлыса ябыу пункты төҙөү, шәхси һаҡ предприятиеһы менән килешеү төҙөү юлы менән малды 3 тәүлек һаҡлауҙы ойоштороу. Сөнки был юҫыҡта тәртип булдырыуҙа малды ябыу иң һөҙөмтәле ысул булып тора.
Мәҫәлән, уҙған йылда Дәүләт, Таштимер, Хәлил һәм Асҡарҙа ошондай пункттар төҙөлдө. Ағымдағы йылда Йәнгелдә төҙөү өсөн аҡса бүленгән.
2021 йылда үҙҙәренең көтөүлектәрен кәртәләгән йылҡы тотоусыларға ярҙам иттек, дөйөм алғанда 39 гектар майҙан кәртәләнде. «Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районында 2020-2025 йылдарға агросәнәғәт комплексы үҫеше» муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә көтөүлектәрҙе кәртәләгән өсөн сығымдарҙың бер өлөшө субсидияланды.
Ғәлим СОЛТАНОВ,
район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары.

Автор:
Читайте нас: