+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Июнь 2022, 15:59

"Пушкин картаһы" менән тағы ҡайҙа барырға мөмкин?

"Пушкин картаһы" ярҙамында 14-22 йәшлектәр мәҙәни сараларға бушлай йөрөүе билдәле. Хәҙер был программаның киноафишаһы ла киңәйтелгән.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Элек программа Мәҙәниәт министрлығы йәки Кино фонды ҡатнашлығында төшөрөлгән фильмдарға ғына ҡағыла ине. 

Хәҙер йәштәр Дәүләт ярҙамынан тыш төшөрөлгән заманса Рәсәй фильмдарын да ҡарай аласаҡ. Кинопрокатҡа дәүләт ярҙамын үҙебеҙҙең фильмдарҙы күрһәтеү менән бәйләү тураһында Владимир Путин һөйләне. 

Иҫгегеҙгә төшөрәбеҙ, "Пушкин картаһы" ярҙамы менән театрҙарға, күргәҙмәләргә, музейҙарға билет һатып алғанда түләргә мөмкин. Был карталар иҫәбенә аҡсаны дәүләт бүлә. 

Быйыл карта балансы 5 меңгә арттырылды, 2 меңен киноға тотонорға мөмкин. 

Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.

Читайте нас: