+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
14 Июль 2022, 10:37

Яңынан әҙерлек үтеү программаһы тәҡдим ителә

Быйыл Башҡортостанда алты меңгә яҡын кеше бушлай уҡый ала. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңынан әҙерлек үтеү программаһы тәҡдим ителә
Яңынан әҙерлек үтеү программаһы тәҡдим ителә

«Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» проекты буйынса республика өсөн квотаны ике тапҡырға тиерлек арттырғандар. Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн бөтәһе 1500 белем биреү программаһы ҡаралған.

     Өҫтәмә әҙерлек үткәндән һуң уларға  яңы квалификацияға эйә булыуы тураһында танытма бирелә. Былтыр республикала 1 950 кеше был программа буйынса уҡып сыҡҡан. Республикала йәшәүселәр йышыраҡ мәктәпкәсә тәрбиә биреү, социаль эш, документтар менән эш итеү һәм архивты өйрәнеү ғилеме, ашнаҡсылыҡ эше, электр монтажсы, агрономия, веб-технологиялар, фармацевтика, график дизайн һәм эшҡыуарлыҡ кеүек һөнәри йүнәлештәрҙе һайлаған. Төбәктә уҡытыу иң кәрәкле һөнәрҙәр буйынса ойошторола. Улар араһында - уйын мастеры, онлайн-фармацевт, педагог-дефектолог, һанлы трансформация шарттарында белгестең һөнәри эшмәкәрлегендә һаҡсыл инструменттар, маркетплейстарҙа эшләү буйынса белгес һәм башҡалар бар.

     «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» проектында  Башҡортостанда йәшәгән 50 йәштән өлкәндәр, «декрет ялындағылар», эшһеҙҙәр,эшкә урынлашмаған  мәктәпкәсә йәштәге балаһы булған әсәләр, шулай уҡ эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янағандар һәм 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Бының өсөн «Рәсәйҙә эш» порталында теркәлергә, программа һайларға, ғариза бирергә һәм яуап көтөргә кәрәк. Шулай уҡ урындағы халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: