+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Июль 2022, 16:28

Смартфон аша түләүҙә СБПэй һәм МирПэй ватан сервистары ярҙам итәсәк

Рәсәйҙән киткән Apple Pay, Google Pay сит ил түләү сервистары урынына үҙебеҙҙең ил аналогтары килә.  

Смартфон аша түләүҙә СБПэй һәм МирПэй ватан сервистары  ярҙам итәсәк
Смартфон аша түләүҙә СБПэй һәм МирПэй ватан сервистары ярҙам итәсәк

Тәү сиратта ул Милли түләү карталары системаһы продукттары  булған СБПэй һәм МирПэй сервистары. Рәсәйҙең  уйлап табыусыларының  эш һөҙөмтәһе арҡаһында, беҙ элеккесә пластик картаһыҙ  смартфон аша ғына түләй алабыҙ.

     Был ике ҡушымта шуныһы менән айырыла, әйтәйек МирПэй  МИР карталары менән генә эшләй һәм айфон ҡулланыусылар өсөн мөмкин түгел. Ә, СБПэй банк карталары мәғлүмәттәрен файҙаланмай,  бөтә түләүҙәр ҙә ҡулланыусының банк иҫәбенән башҡарыла, улар  Android һәм iOS телефон системалары аша эшләй. Түләү өсөн һеҙҙең банк иҫәбендәге аҡса һәм камералы телефон булыуы кәрәк. Ошо ҡушымтаны файҙаланыу өсөн уны үҙеңдең смартфоныңа күсереп алырға, тәҡдим ителгән  исемлектән банкты һайларға, банкка хәбәр ителгән телефон номерын һәм аҡсаны иҫәптән сығарыу өсөн иҫәп номерын индерергә кәрәк. Түләү өсөн төп битте асырға һәм кассала тәҡдим ителгән QR -кодка төшөрөргә, һатыусыны, һатып алған сумманы тикшерергә һәм «түләргә» кәрәк. Шул уҡ мәлдә шуны иҫтә тотоу мөһим: бөтә банктар ҙа  кредит картаһындағы аҡсаны файҙаланырға мөмкинлек бирмәй - быны тәғәйен банктың сәйәсәте генә көйләнә. Был мәғлүмәтте үҙегеҙҙе хеҙмәтләндергән банктан аныҡларға мөмкин,  йә үҙегеҙ ҡушымта менән эшләп ҡарағыҙ. Рәсәй банкының талабы буйынса, Рәсәйҙең бөтә банктары ла СБПэй ҡушымтаһын хупларға тейеш. 2022 йылдың 18 июленә илдәге 330 кредит ойошмаһының 130-ҙан ашыуы яңы түләү сервистарына ҡушылған. Башҡортостанда буйынса был банктарҙың 30-ҙан ашыуы республикала эш алып бара.

Автор:
Читайте нас: