+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Июль 2022, 09:45

Сибайҙар сүп-сарҙы юҡ итәсәк

Бында сүпте сорттарға айырыу комплексы төҙөлә.

Сибайҙар сүп-сарҙы юҡ итәсәк
Сибайҙар сүп-сарҙы юҡ итәсәк

 “Сибай сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡала биләмәһендә өр-яңы комплекс төҙөү буйынса бизнес-проектты тормошҡа ашырмаҡсы. Уның ҡеүәте йылына 100 мең сүп-сарҙы сорттарға айырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Производство Сибайҙың Старателдәр урамында урынлаша. Унда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сортировкалауҙы ойоштороу күҙаллана. Әле ҡорамалдар һатып алынған, улар килеп еткәс тә комплектлау эше башланасаҡ. Әле майҙансыҡта ремонт бара. Проектты тормошҡа ашырыу барышында 30 эш урыны булдырыла.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, яңы предприятие етәксеһенә Сибай ҡалаһы хакимиәтенән субсидия алыу буйынса консультация ярҙамы күрһәтелгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: