+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Август 2022, 06:30

Экологик аҙна бара

6-14 августа Башҡортостанда, шул иҫәптән Әбйәлилдә «Экологик эштәр аҙналығы» акцияһы уҙғарыла, уның сиктәрендә күмәк кеше ял иткән урындарҙа, яр буйҙарында һәм төп туристик маршруттарҙа өмәләр ойошторола. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Экологик аҙна бара
Экологик аҙна бара

6-14 августа Башҡортостанда, шул иҫәптән Әбйәлилдә «Экологик эштәр аҙналығы» акцияһы уҙғарыла, уның сиктәрендә күмәк кеше ял иткән урындарҙа, яр буйҙарында һәм төп туристик маршруттарҙа өмәләр ойошторола.

Сараның маҡсаты  –  донъяға экологик ҡараш формалаштырыу, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу, халыҡ араһында экологик мәҙәниәтте күтәреү, һыу объекттарында һәм ял итеү урындарында таҙалыҡ булдырыу.

 Тап йәйге осорҙа һыу ятҡылыҡтары ярҙары, урман ситтәре кешеләрҙең йәшәү эшмәкәрлеге ҡалдыҡтары - ҡағыҙ, целлофан пакеттар, консерва банкылары һәм шешәләр менән күмелә. Сүплектәр барлыҡҡа килә, улар тирә-яҡ мөхиткә, тупраҡҡа, һыу ятҡылыҡтарына ҙур зыян килтерә, шулай уҡ янғын сығыу хәүефен арттыра.

 Битараф булмаған кешеләрҙе, ирекмәндәрҙе, шулай уҡ ойошмаларҙы, компанияларҙы, йәштәр хәрәкәттәрен тыуған төйәктең тәбиғәтен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә һәм «Экологик эштәр аҙналығы»нда әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Экология  –  һәр кемдең эше, һәр кемдең уртаҡ маҡсатҡа индергән өлөшө ҙур әһәмиәткә эйә. Тик күмәк көс менән республикабыҙҙы таҙараҡ һәм йәшелерәк итеп буласаҡ.

“Экология” милли проекты ла ошо маҡсаттарҙы алдына ҡуя. Төп бурысы –    илдәге экологик хәлде кардиналь яҡшыртыу һәм рәсәйҙәрҙең сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһау.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: