+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Октябрь 2022, 17:05

Ике улы бергә ҡайтҡан!

Яңы Балапан ауылында  йәшәүсе Илүзә Мөхәмәҙиева бик ҙур ҡыуаныс кисергән: Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улдары ҡайтып төшкән! Бер туған - Артур һәм Азамат Юлай улдары улар! 

Ике улы бергә ҡайтҡан!
Ике улы бергә ҡайтҡан!

Был турала Әлиә Айсыуаҡова үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашып социаль селтәрҙә бына нимә тип яҙған: ”Минең әсәйем - бөгөн иң бәхетле кеше! Берсә ике улы Украинала барған махсус хәрби операциянан иҫән - һау ҡайтып инде. Барлыҡ әсәләргә лә улдарын ошолай ҡаршы алырға яҙһын!”

Был көндәрҙә ут йотоп йөрөүсе әсәйҙәрҙең, кәләштәрҙең барыһына ла ошондай шатлыҡлы минуттар кисерергә яҙһын. Иң мөһиме, донъяға тыныслыҡ ҡайтһын!

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: