+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
14 Октябрь 2022, 08:46

«Башавтотранс» акционерҙар йәмғиәте булыуы ихтимал

Тиҙҙән «Башавтотранс» предприятиеһы акционерлаштырылыуы мөмкин. Уны үҙгәртеү федераль ҡануниәткә ярашлы буласаҡ, тип билдәләнә.

«Башавтотранс» акционерҙар йәмғиәте булыуы ихтимал
«Башавтотранс» акционерҙар йәмғиәте булыуы ихтимал

Атап әйткәндә, «Дәүләт һәм муниципаль предприятиелар тураһында»ғы Федераль законға һәм «Конкуренцияны яҡлау тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 485-се Федераль закон 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиеларҙы бөтөрөргә йәки ҡайтанан ойошторорға тәҡдим итә.  Эксперттар әйтеүенсә, был ҡануниәттә бер нисә иҫкәртмә бар, ләкин уларҙың береһенә лә «Башавтотранс»ҡа ҡағылмай. Шуға күрә 2025 йылға тиклем предприятие бөтөрөлөргә йәки үҙгәртеп ҡоролорға тейеш.

        Әлбиттә, республика баҙарында пассажирҙар ташыуҙың күпселек өлөшөн алып торған көслө, социаль йәһәттән яуаплы предприятиены берәү ҙә бөтөрөргә йыйынмай. Башҡортостан республикаһы Дәүләт иҡтисад секторын реформалаштырыу буйынса ведомство-ара комиссияһы 8 сентябрҙә БР «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһын акционер йәмғиәттәре йәки яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт итеп үҙгәртеү 2021-2023 йылдарға планлаштырылған дәүләт унитар предприятиелары исемлегенә индерергә тәҡдим итте.

       «Башавтотранс» 20 филиалдан тора, ул ҙур милек комплексына эйә, шуға күрә уны ҡайтанан ойоштороу процесы бөгөн йәки иртәгә генә атҡарылмаясаҡ. Ул оҙайлы  ваҡыт аласаҡ, ә пассажирҙар үҙгәреште һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ, үҙгәртеп ҡороу предприятие күрһәткән хеҙмәттәр күләменең кәмеүенә йәки сифатының насарайыуына килтермәйәсәк, тип ышандыра транспорт тармағы белгестәре.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: