+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Октябрь 2022, 16:39

Байрамдар тыйыла

Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә артистарҙы йәлеп итеп, күп аҡса түгеп үткәрә торған байрамдарҙы тыйҙы.    

Байрамдар тыйыла
Байрамдар тыйыла

 

—Яҡын арала концерт һәм күңел асыу сараларын кисектереп тороғоҙ. Шәхсән үҙем контролгә алам. Алда Яңы йыл. Үткәрербеҙ, ғаиләбеҙ беҙҙең хәстәрҙе күрергә тейеш, —тине Башҡортостан Башлығы.

Шул уҡ ваҡытта муниципалитет башлыҡтарына яңы йыл иллюминацияларын яңыртыуҙы тыйҙы.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөтә аҡса иҡтисадты үҫтереүгә, социаль өлкәгә, мобилизацияланған егеттәргә һәм уларҙың ғаиләһенә йүнәлтелә.

Автор:
Читайте нас: