+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Ноябрь 2022, 08:33

Күп балалы ғаиләләр ярҙам аласаҡ

Башҡортостанда «Демография» милли проекты сиктәрендә 33 меңдән ашыу күп балалы ғаилә финанс ярҙамы аласаҡ.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күп балалы ғаиләләр ярҙам аласаҡ
Күп балалы ғаиләләр ярҙам аласаҡ

Республикала  «Бала тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙамы» проекты аша күп балалы ғаиләләргә матди ярҙамды көсәйтеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы уңышлы тормошҡа ашырыла. 2018 йылдан  финанс ярҙамына мохтаж өсөнсө йәки артабанғы өс йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә төбәктәге йәшәү минимумы күләмендә түләм ҡаралған. 2022 йылдың 1 июненән ошондай түләм 11 747 һум тәшкил итә.
      Республикала өсөнсө һәм артабанғы балаға айлыҡ аҡсалата түләм алыу хоҡуғы, ғаиләнең килеме түләү тәғәйенләү өсөн мөрәжәғәт итеү көнөнә билдәләнгән йәшәү минимумынан икеләтә тапҡырынан кәм булһа, ҡаралған. 2022 йылда ул 26,4 мең һум тәшкил итә.

    Быйыл Башҡортостанда 31 261 ғаиләгә социаль ярҙам сараһы күрһәтелгән һәм ул 33 381 баланы үҙ эсенә алған. Түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 2805,66 миллион һумға еткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: