Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө ирекле башҡорт батальонын оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Батальон хәрби бүлексәләр ветерандары башланғысы менән ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был идеяны хупланы.
Батальон айырым хәрби берәмек булараҡ Рәсәй гвардияһы составына инде.
Хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы республика етәксеһе Радий Хәбировтың һәм Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-лейтенант Руслан Султыговтың Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуынан башланды.
Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-лейтенант Руслан Султыгов 81 йыл элек, 1941 йылдың декабрендә, данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуы һәм уның командиры итеп хәрби генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тәғәйенләнеүе хаҡында әйтте.
Республика етәксеһе хәрби подразделение командиры, подполковник Дмитрий Ф.-ҡа Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны байрағын тапшырҙы.
«Батальондың шәхси составы араһында – 48 хәрби хәрәкәт ветераны, 12 яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Салауат Юлаев исемендәге батальондың шәхси составы исеменән һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, хәрби бурыстарҙы лайыҡлы һәм намыҫлы үтәрбеҙ тип ышандырам», – тине батальон командиры.
Тантаналы марш менән атлап үткәс, батальон яугирҙәре туғандары һәм яҡындары менән хушлашты.