+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Март 2023, 12:35

Мутлашыусыларҙан һаҡлаусы закон ҡабул ителде

Телефон аша еңел байығырға теләүселәргә сик ҡуйыласаҡ.

Мутлашыусыларҙан һаҡлаусы закон ҡабул ителде
Мутлашыусыларҙан һаҡлаусы закон ҡабул ителде

Яңы закон аҡса күсереү буйынса операторҙарҙы - банктарҙы, түләү системаларын  шикле транзакцияларҙы тикшерергә һәм хатта клиенттың ризалығы булһа ла, физик берәмектәрҙең иҫәптәре араһында мутлашыу операцияларын туҡтатырға бурыслы.

«Һүҙ мутлашыусыларҙың аҡса күсертеүгә ризалыҡ алыу осраҡтары хаҡында бара, - тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин. - Айырыуса өлкән йәштәгеләр яҡлауға мохтаж. Алданған граждандар енәйәтселәргә һуңғы аҡсаһына тиклем бирә: мөлкәтен һата, кредит ала. Быға юл ҡуймаҫҡа кәрәк».

Закон ҡабул ителгәндән һуң банктар һәм башҡа операторҙар шикле тойолған аҡса күсереүҙәрҙе ныҡлы тикшерергә генә түгел, ә граждандарҙың аҡсалары мутлашыусыларға эләкмәһен өсөн саралар күрергә тейеш. Ә быға әһәмиәт бирмәгән банктарға урланған аҡсаларын кешеләргә кире ҡайтарырға тура киләсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: