

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм ата-әсәләргә ярҙам фонды һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары «Балалар ышаныс телефоны 8-800-2000-122» Бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашыра. Был һандарға шылтыратып, психологик ярҙам алырға мөмкин. Мөрәжәғәт итеүселәр бушлай профессиональ психологтарҙан консультация ала. Анонимлыҡ гарантиялана. Һөйләшеү сер булып ҡаласаҡ.
Ышаныс телефонына йыл һайын бер миилионға яҡын кеше шылтырата.