+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Апрель 2023, 16:40

Киләһе йылдан минималь эш хаҡы артасаҡ

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме индексациялана.

Киләһе йылдан минималь эш хаҡы артасаҡ
Киләһе йылдан минималь эш хаҡы артасаҡ

Был хаҡта граждандарҙың именлеген күтәреү буйынса стратегик сессияла хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин хәбәр итте.

Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса илдә 2022 йылдың 1 июненән һәм 2023 йылдың ғинуар башынан йәшәү минимумы күтәрелде, тип билдәләне Михаил Мишустин. Һөҙөмтәлә ул 13,5% ашыуға артып, 15 миллион кешенең килемен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе.

«Минималь эш хаҡы күләмен дә эҙмә-эҙлекле арттырабыҙ — инфляциянан юғарыраҡ темптар менән. Йыл башынан ул артты, хәҙер 16 242 һум тәшкил итә. Бынан тыш, киләһе йылдың 1 ғинуарынан дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса беҙ уны тағы бер тапҡыр — 18,5% индексациялайбыҙ, шул рәүешле 4,8 миллион граждандың хеҙмәт хаҡы артырға тейеш», — тине Михаил Мишустин.

Башҡортостанда 2023 йылдың 1 ғинуарынан бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн МРОТ район коэффициенты менән бергә 19 743 мең һум (+12,3%) тәшкил итте, «бюджетсылар» өсөн — 18 678 мең һум (+6,3%), тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-25/v-rossii-mrot-s-1-yanvarya-2024-goda-budet-proindeksirovan-na-18-5-3234353

Автор:
Читайте нас: