+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Май 2023, 09:45

Урмандар яна

Көндәр ҡоро тора, янғын хәүефе хаҡында онотмағыҙ!

Урмандар яна
Урмандар яна

Тәүлек эсендә Башҡортостанда 53 янғын сыҡҡан, шуларҙың 36 осрағында үлән һәм сүп-сар янған. Благовещен, Кушнаренко, Белорет, Әбйәлил, Мәсетле райондарында һәм Ишембайҙа янғын ҙур майҙандарҙы биләне. Зыян күреүселәр юҡ, тораҡ пункттарға хәүеф янамай, бөтә янғындар ҙа һүндерелгән, тип һөйләне Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше идаралығы начальнигы урынбаҫары Петр Ильин. Уның һүҙҙәренсә, 4 майға төбәктә дөйөм майҙаны 194,7 гектар ерҙә 31 урман янғыны сыҡҡан. Тәүлек эсендә Бөрйән һәм Әбйәлил райондарында урман янды, улар тиҙ арала һүндерелде тип белдерҙе.

Республиканың урман министрлығы мәғлүмәте буйынса, беҙҙең районда Хәмит урмансылығында ут сығып, 0,6 гектар майҙан зыян күргән.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: