+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Май 2023, 16:20

Путин Уралда янғындан зыян күреүселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин йылытыу сезоны башланғансы Уралда янғындан зыян күргән граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итергә ҡушты.

Путин Уралда янғындан зыян күреүселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә ҡушты
Путин Уралда янғындан зыян күреүселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә ҡушты

#ВладимирПутин

Тейешле саралар тураһында Кремлдең рәсми сайтында баҫылған указдар исемлегендә әйтелә.

“РФ хөкүмәтенә Ҡорған һәм Свердловск өлкәләренең башҡарма хакимиәт органдары менән берлектә <...> табиғи янғындарҙан зыян күргән граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса саралар күрергә <...> , йылытыу сезоны башланғансы”, - тиелә документта.

Рәсәй лидеры яуаплы итеп премьер-министр Михаил Мишустинды, Ҡорған өлкәһе башлығы Вадим Шумковты һәм Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашевты билдәләй. Был хаҡта докладты дәүләт башлығы ағымдағы йылдың 1 сентябренә ҡәҙәр, унан һуң ай һайын көтә.

Шул уҡ ваҡытта Путин РФ субъекттары территорияләарында табиғи янғындар һөҙөмтәһендә килтерелгән зыянды баһалау буйынса эштәрҙе ойоштороуҙы тәьмин итергә ҡушты.

ИЗВЕСТИЯ

Фото: ТАСС

Автор:
Читайте нас: