+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Май 2023, 09:16

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы Өфөлә үтә

26-28 июндә Өфөлә Рәсәй һәм Белорусь төбәктәренең Х форумы уҙғарыла. Уның темаһы - «Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының 10 йыллығы: йомғаҡтар һәм перспективалар».

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы Өфөлә үтә
Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы Өфөлә үтә

Сараны ойоштороусылар булып РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы, Беларусияның Милли йыйылышы Республика Советы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай.

      Форумда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай эшлекле программа көтә. 27 июндә «Торатау» конгресс-холында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе асыла. Артабан форумдың секция ултырыштары эш башлай, унда туғандаш дәүләттәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүенең төп йүнәлештәре тикшерелә. Ошо уҡ көнгә Рәсәй төбәктәренең сит илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу буйынса түңәрәк өҫтәл ултырышы планлаштырылған.

     Федерация Советы ҡарамағындағы Йәш закон сығарыусылар палатаһы һәм Беларусь Милли йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр советы (парламент) етәксе органдарының берлектәге ултырышы үткәреләсәк. Бер үк ваҡытта «Ике илдең эшлекле даирәләре хеҙмәттәшлеген үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәре» темаһына Рәсәй һәм Беларусь сауҙа-сәнәғәт палаталарының ултырышы үтәсәк.

       28 июндә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм Беларусь Республикаһы төбәктәренең дәүләт власы органдары етәкселәре менән осрашасаҡ.

       Осрашыу һуңында министрлыҡтар һәм ведомстволар, власть органдары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, ике илдең эшлекле даирәләре вәкилдәре ҡатнашлығындағы форумдың пленар ултырышы була. Хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә хөкүмәт-ара һәм төбәк-ара килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Форум сиктәрендә шулай уҡ мәҙәни, белем биреү һәм спорт саралары уҙасаҡ.

Автор:
Читайте нас: