+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Май 2023, 17:55

"Бөтәһе лә Еңеү өсөн!"

Ватсапта ошондай исемле төркөм булдырып, махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итәләр.

"Бөтәһе лә Еңеү өсөн!"
"Бөтәһе лә Еңеү өсөн!"

Украинала махсус операция башланып, беҙҙең райондаштар мобилизация һәм үҙ ирке менән киткәс, уларға ярҙам итеү теләге һәм халыҡты шул маҡсатта тиҙ генә ойоштороу өсөн Асҡарҙың әүҙем уҙаманы Морат Йәнбирҙин ватсапта шундай төркөм булдыра. Унда һалдаттарҙың әсәләре һәм туғандары, яугирҙәрҙең яҙмышына битараф булмаған башҡа актив райондаштар ингән. Йәмғеһе биш йөҙҙән ашыу  кеше тупланған чат СВО-ла ҡатнашыусыларға ҡағылышлы һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашыу, ярҙам йыйыу өсөн кәңәш итеү урыны булараҡ уңайлы. Админдар Байымдан Рәүиә Ғәликәйева, Асҡарҙан Фирҙәүес Сирусина, Азамат Амангилдин һәм Лилиә Маннапова төркөмдөң эшлекле юҫыҡта ғына булыуын күҙәтәләр, башҡа төрлө проблемалар, юҡ-бар ялған мәғлүмәтле фейктарға юл ҡуймайҙар.

Махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында иҫәп асылған, теләге булғандар аҡса күсерә. Морат Әхмейән улы әйтеүенсә, бигерәк тә Буранғол, Амангилде, Байым, Ташбулат, Таштимер биләмәләре ауылдарында йәшәүселәр дөргөн. Халыҡ йыйған аҡсаға тулыһынса отчет эшләнә, райондан киткән гуманитар ярҙам менән бергә кәрәк-яраҡ алып ебәргәндәр. Һалдаттар үҙҙәре лә бындай төркөм барлығын белеп, бәйләнешкә сыға, үҙҙәренең хәлдәрен, проблемаларын һөйләй. Яңыраҡ Запорожье өлкәһендә хәрби бурысын үтәгән беҙҙең район егете шылтыратып, ҡола яланда тороуҙарын, ышыҡланыр урын булмауын әйткән. «Башҡорт» ҡушаматлы егет блиндаж эшләр инек, материалдар юҡ тип белдерә. Был хаҡта шунда уҡ чатҡа яҙып һалына һәм күмәк көс менән тиҙ арала егеттәргә ярҙам итергә тотоналар.

—  Иң тәүге булып тәҡдимебеҙҙе хуплаған Буранғол һәм Амангилде ауыл биләмәләре башлыҡтары Фуат Мәхмүтов менән Марат Фәхрисламовҡа рәхмәт. Икешәр кубометр таҡта биргән Үтәгәндән Юлай Фәхрисламов менән Мәжит Фәйезов, Ишкилденән Буранбай Йәнбирҙин, Рәфәғәт Вәлиев, Руслан Мырҙагилдин, Исхаҡтан Мансур Вафин, Буранғолдан ағас бүлгән Илшат Ғилмановҡа, дүрт кубометр таҡта менән ярҙам иткән урман хужалығы етәксеһе Зариф Абдуллинға, Ишкилде пилорамаһы мастеры Илмир Шаһивәлиевҡа, Һиммәт Шаһивәлиевҡа (Ишкилде) барыһы исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә, — тине Морат Йәнбирҙин. — Шулай уҡ изге эштән ситтә ҡалмай, дәррәү аҡса йыйған Ишкилде ауылы ир-егеттәре маҡтауға лайыҡ. Улар тиҙ арала 22 мең һум туплап, шул суммаға ике «Дружба» бысҡыһы, ике шуруповерт, биш балта, сүкеш, сөй һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алды.

Запорожьеға бөтә нәмәне тейәп ебәреү өсөн йөк машинаһын табыуҙы Морат Әхмейән улы үҙ өҫтөнә ала. Ул районда килеп сыҡмағас, Магнитогорск ҡалаһының «Боевое братство» ойошмаһына мөрәжәғәт итә. Изгелеккә изгелек менән яуап ҡайтарып, афған һуғышын үткән яугир йөктө бушлай алып барырға теләк белдерә. Ишкилде ауылында тупланған төҙөлөш материалдарын фураға тейәү өсөн Илһам Шаһивәлиев тракторын биргән һәм ауылдың ир-егеттәре тейәшеп ебәргән. Шулай бергәләшеп, йәһәт кенә ҙур һәм кәрәкле эштең осона сығып ҡуйғандарға «Афарин»дан башҡа ни әйтәһең?!

Яҡташ яугирҙәргә ярҙам итеү дауам итәсәк. Әле Морат Әхмейән улы егеттәргә еңел генә ҡороп-йыйыу өсөн мунсалар ебәрергә тигән уй менән яна. Аҡса, төҙөлөш кәрәк-ярағы менән ярҙамлашырға теләүселәр күп. Башҡа төбәктәр халҡы ла ҡушылыр тигән өмөт бар. Бының өсөн «Бәйләнештә» селтәрендә ошондай уҡ төркөм булдырып, күберәк кешене йәлеп итергә ниәтләйҙәр.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: