

Төп маҡсаты - һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәле ҡарарҙар табыу булған «Смарт Диалог» иң яҡшы идара итеү тәжрибәләре конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 30 июндә тамамлана.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризаны 2023 йылдың 30 июненә тиклем "Смартек" платформаһында бирергә мөмкин (https://smarteka.com/smartDialog) .
Иң яҡшы төбәк тәжрибәләрен эшсе төркөмдәр ағзалары, шул иҫәптән АСИ, «Диалог» вәкилдәре, алдынғы эксперттар һәм власть вәкилдәре һайлап аласаҡ.
Конкурста элек тормошҡа ашырылған проекттар ҡатнаша ала, "Һаулыҡ Һаҡлау", "Демография", "Мәғариф" һәм "Цифрлы иҡтисад" милли проекттарының бурыстарын хәл итеүгә булышлыҡ итә.