

Закон проектының әҙер булыуы тураһында ил Хөкүмәте ошо көндәрҙә хәбәр итте. Бының менән компанияларға өҫтәлгән хаҡҡа һалым буйынса аҡсаны йыл башынан алырға мөмкинлек бирәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, март айында Путин Рәсәйҙә сәйәхәт өсөн юлламалар һатҡан туристик фирмаларҙы азат итергә йөкләмә биргәйне. Сара 2023 йылдың 1 ғинуарынан 2027 йылдың 30 июненә тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала.
Вице-премьер Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, бындай туроператорҙар өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалымды ваҡытлыса бөтөрөү тармаҡты 4,2 миллиард һум менән тәьмин итәсәк, һәм был аҡсаны яңы йүнәлештәрҙе һәм инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкин буласаҡ.
Элек бындай һалым түләүҙән ҡунаҡханалар, кемпингтар һәм туристик базалар хеҙмәте бушатылған ине. Бынан тыш, өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың нуль ставкаһы поезд һәм самолет менән Мәскәүҙе урап үткән маршруттарға ҡулланыла.