Көнүҙәк
7 Июль 2023, 11:22

Башҡортостан Республикаһының социаль-сәйәси өлкәһендә нисек эксперт булырға

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең «Йәштәр эксперт үҙәге» проектында ҡатнашып «Сәйәси менеджмент» программаһы буйынса белем алыу мөмкинлеге бар.

Башҡортостан Республикаһының социаль-сәйәси өлкәһендә нисек эксперт булырғаБашҡортостан Республикаһының социаль-сәйәси өлкәһендә нисек эксперт булырға
Башҡортостан Республикаһының социаль-сәйәси өлкәһендә нисек эксперт булырға

Проекттың маҡсаты - Башҡортостанда йәмәғәт тормошона бойондороҡһоҙ баһа биреү һәм унда ҡатнашыу өсөн социаль-сәйәси өлкәлә эксперттарҙың йәш берләшмәһен булдырыу.

 Был проектта ҡатнашыусылар:

  • социаль һәм ижтимағи-сәйәси экспертиза буйынса практик белем аласаҡ;
  • сифатлы эксперт контенты булдырыу һәм уны социаль селтәрҙәҙә таратыу буйынса техник әҙерлек үтәсәк;
  • төрлө кимәлдәге депутаттар менән осрашып, власть органдары структураһы менән танышасаҡ;
  • Республиканың билдәле эксперттарының, дәүләт власы һәм ғилми берләшмә вәкилдәренең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, политологтарҙың, журналистарҙың һәм компания менән дәүләт власы органдары араһында уңышлы бәйләнеш булдырыу өсөн яуаплы менеджерҙарҙың лекцияларын тыңлаясаҡ

        «Сәйәси менеджмент» программаһы буйынса уҡытыу нисек үтәсәк?

 Уҡыу осоро - 25 июлдән 1 ноябргә тиклем барасаҡ, уҡыу формаһы - көндөҙгө-ситтән тороп һәм дистанцион.

          Проектта нисек ҡатнашырға?

 Заявканы 17 июлгә тиклем http://багсу.рф/sign_up һылтанма аша бирергә мөмкин.    Ҡатнашыусылар һаны сикле - һайлап алыу конкурсы нигеҙендә программаға 50 кеше алына. Ҡатнашыусыларҙың йәше - 18 йәштән 35 йәшкә тиклем.

      Ойоштороусылары - Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берлектә коммерцияға ҡарамаған «Авангард» автономлы ойошмаһы.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас