

Пленар ултырышта күп полярлы донъя, технологик суверенитет, кешенең уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға йоғонтоһо мәсьәләләрҙе тикшерелгән. Сараның модераторы булып билдәле журналист һәм РБК телеканалының идара итеүсе директоры Илья Доронов сығыш яһаған.
Радий Хәбиров пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостандың һәр ваҡыт юғары маҡсаттар ҡуйып, уларға ирешеп килеүен белдергән. Уның һүҙҙәренсә, «Аҡыллы ҡала» - киләсәккә йүнәлеш.
Пленар ултырыш барышында Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин ҡалаларҙа һанлы сервистарҙың уңайлыҡты күтәреүгә йоғонтоһо хаҡында һөйләгән. Объекттарҙы төҙөкләндереү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеүҙең бер элементы булып халыҡтың тауыш биреүе тора, ул өсөнсө йыл эшләй. Быйыл ул илебеҙҙең яңы төбәктәрендә лә үткәрелә. Граждандар үҙҙәренә оҡшаған объекттар өсөн 14,2 миллион тауыш биргән, улар киләсәктә төбәк һәм муниципаль властар тарафынан тормошҡа ашырыласаҡ. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры әйтеүенсә, әле «Аҡыллы ҡала» ведомство проекты эшләй башлаған. Биш йыл эсендә методологик база булдырылған, төбәктәрҙең иң яҡшы тәжрибәләре, шулай уҡ баһалау критерийҙары билдәләнгән.
РФ транспорт министры урынбаҫары Дмитрий Баканов биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү маҡсаттарына ирешеүгә йүнәлтелгән трендтар һәм технологик инновациялар менән дә уртаҡлашҡан. Ул, шулай уҡ, сит ил софтын импортын алмаштырыу темаһына туҡталған.