+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Ноябрь 2023, 17:30

Уҡыусылар майшәм эшләне

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 3-сө “б” класы уҡыусылары һалдаттарға шәм эшләү акцияһына ҡушылды.

Уҡыусылар майшәм эшләне
Уҡыусылар майшәм эшләне

Уларға Балалар ижад йорто педагогы Л. С. Манапова менән йәштәр йорто директоры З. Ш. Фазылйәнова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Лилиә Салауат ҡыҙы блиндаж майшәмдәре яугирҙәр өсөн бик ныҡ кәрәклеге, дүрт сәғәт дауамында һүнмәй яныу мөмкинлеге, шулай уҡ уның йылыһына хатта былау бешереп булыуы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.

 Өсөнсөләр класс етәксеһе Г. И. Сафина менән бергә 30 шәм яһаны. Был акцияға ата-әсәйҙәр ҙә ҡушылды, бергәләп эшләүе барыһына ла күңелле һәм файҙалы булды. Уҡыусылар үҙ өлөштәрен индереүгә ҡәнәғәт. Афариндар!

Римма БАЙМЫРҘИНА.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: