+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Март , 08:45

Ташҡынға әҙерлек

Республикала ташҡындың көслө булыу ихтимал.

Ташҡынға әҙерлек
Ташҡынға әҙерлек

Башҡортостан ҙур ташҡынға әҙерләнә: алдағы ташҡын уҙған йылдарға ҡарағанда етдиерәк булырға вәғәҙә итә. Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар-һыу запасы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәренән 6-27% юғарыраҡ. Өфө районында Ағиҙел йылғаһы һыу кимәле 670-770 сантиметр (2023 йылда – 302 сантиметр) сиктәрендә булыуы көтөлә. Шул уҡ ваҡытта Белоретта, Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә түбән участкаларҙы дала һәм тау йылғалары һыубаҫар туғайҙарындағы тораҡ пункттарҙы һыу баҫыуы ихтимал.

 Йомағужа һыуһаҡлағысы кимәлен ташҡынды үткәреү өсөн кәметәләр. Шулай уҡ ҡарҙағы һыу запастарын аныҡлау өсөн 22 мартҡа тиклем 10 миллион кубометр майҙандан ашыу күләмле Йомағужа, Туймазы, Йәрмәкәй, Шаран, Таналыҡ, Аҡъяр, Быҙаулыҡ, Юшатыр, Көйөргәҙе һыуһаҡлағыстарының ҡар һыуы йыйыу үлсәмдәрен алыу планлаштырыла.

Башҡортостанда 21 марттан Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты һәм пилотһыҙ авиация ярҙамында боҙ торошон тикшереү башлана. Шулай уҡ был эшкә һауа суднолары һәм аэрокәмәләр йәлеп ителәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: