-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Март , 13:00

Дәүләт кадастр баһаһы тураһында

 Ҡануниәткә ярашлы, Дәүләт кадастр баһаһы дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә.

Дәүләт кадастр баһаһы тураһында
Дәүләт кадастр баһаһы тураһында

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары менән оператив кәңәшмә үткәрҙе, унда 2023 йылда капиталь төҙөлөш объекттарына дәүләт кадастр баһаһын үткәреү йомғаҡтары тикшерелде.

Премьер-министр билдәләүенсә, ҡануниәткә ярашлы, дәүләт кадастр баһаһы дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Уның төп бурысы - иҫәпкә алыу объекттарының тулы, ышаныслы һәм иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән, шул иҫәптән һалым һалыу маҡсатында ҡулланылған хаҡын билдәләү.

Осрашыуҙы йомғаҡлап, Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән берлектә халыҡҡа алынған һөҙөмтәләр буйынса аңлатыу эштәре алып барыуҙы ойошторорға ҡушты.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте.

Автор:
Читайте нас: