+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Апрель , 15:45

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Тайыпова Рәйлә Нурислам ҡыҙы Хәмит ауылы биләмәһендә 23 йыл муниципаль хеҙмәткәр булып эшләй. Иҫәпсе-кассир, инженер-землеустроитель вазифаларын берләштереп, оҫта алып бара.

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Рәйлә Нурислам ҡыҙы ауыл биләмәһендә эшләү дәүерендә бай тәжрибә туплаған  белгес булараҡ танылған. Халыҡҡа иғтибарлы, ыңғай ҡарашлы, мөләйем,  шул уҡ ваҡытта талапсан да.  Үҙ эшенә  яуаплы ҡарай,  һәр ваҡыт алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл башҡара. Рәйлә Тайыпова ауыл биләмәһенең йәмәғәт һәм сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. Артабан да тормошоғоҙҙа һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: