-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Апрель , 10:20

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Галиуллина Венера Рафаил ҡыҙы  Гусев ауыл биләмәһе эштәр идарасыһы Муниципаль хеҙмәт эшмәкәрлеген 2012 йылда инженер-землеустроитель вазифаһында башлай. Райондың ауыл советтары араһында  был һөнәрҙе үҙ иткән беренсе ҡатын-ҡыҙ ул. 2019 йылдың авгусынан Гусев ауыл биләмәһенең эштәре идарасыһы

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Венера Рафаил ҡыҙы һигеҙ йыл ҡатын-ҡыҙҙар советының эшендә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл рәттән һайлау комиссияһының ағзаһы ла булып тора. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә үткән сараларҙа ла әүҙемлеге менән айырылып тора. Ул ГТО-ның алтын билдәһенә лайыҡ булды. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм урындағы үҙидара үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙы Гөлнара Башҡорт дәүләт медицина университетының 4-се курс студенты, улы Илдар Гусев мәктәбенең 8-се класы уҡыусыһы. Ире махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Муниципаль хеҙмәттә лә, йәмәғәт эштәрендә лә, ғаилә тормошонда ла алдынғы хеҙмәткәргә тик уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: