+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Апрель , 14:15

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Вадим Рәфҡәт улы Абдуллин-Амангилде ауылы биләмәһе башлығы.Вадим Рәфҡәт улы Магнитогорск дәүләт университетын тамамлағандан һуң, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. 2023 йылдың сентябрь айында Амангилде ауылы биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләнә

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Йәш етәксе өлгөрлөгө, булдыҡлы, белемле булыуы менән халыҡ араһында абруй ҡаҙана.
Амангилде ауылы биләмәһенә 5 ауыл ҡарай, 2700-гә яҡын халыҡ иҫәпләнә. Биләмә йыр-моңға әүәҫ дәртле, спорт менән дуҫ халҡы менән дан тота, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Украинала барған хәрби операцияға гуманитар ярҙам итеүҙә лә әүҙемлек күрһәтә.
Был төбәк башҡорт милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлай. Халыҡ күбеһенсә йылҡысылыҡ, малсылыҡ, урмансылыҡ менән шөғөлләнә.
Ауыл биләмәһе башлығы булараҡ Вадим Рәфҡәт улы "Берҙәмлектә-көс" девизына таянып, хеҙмәт итә. Йәштәрҙе, йәш ғаиләләрҙе ауылдарға ылыҡтырыу, төпләндереү өсөн, йәштәргә эш урындары булһын өсөн эшҡыуарлыҡ, туризм тармаҡтарын үҫтерергә кәрәк икәнен яҡшы аңлай һәм бының өҫтөндә тырышып эшләй.
"Халҡымдың, милләтемдең ризалығын алып, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә яҙһын", - ти ул.
Йәш етәксегә башланған эштәрендә уңыштар, уйлаған уй-ниәттәренең бойомға ашыуын теләйбеҙ!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: