-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Май , 08:50

Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө

Был байрам 1993 йылдан булдырыла. Районыбыҙҙың иң күп балалар үҫтергән ғаиләләре тураһында сайтта Бөтәгеҙгә лә ғаилә именлеге, тыныс тормош теләйбеҙ.

Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө

Дәүләт ауылынан Рәсимә һәм Фидел Латиповтарҙың ғаиләһендә 9 бала тәрбиәләнә. Алмаз, Фердинант, Винер, Әлфир хәҙер ҙурҙар. Эльза Сибай ҡалаһында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Дим, Фәнзил, Фидәниә мәктәптә уҡыйҙар. Рәсимә Рәис ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

Аһылай ауылынан Зөлфиә һәм Илгиҙәр Ғиниәтуллиндар ғаиләһендә 8 бала үҫә. Ғәҙел, Мәхмүт, Сәлимә, Ынйы мәктәптә уҡыйҙар, Зөлфәр менән Һәҙиә быйыл 11 класты тамамлай. Иң бәләкәй Сулпан менән Нәсимә әлегә өйҙә тәрбиәләнә. Зөлфиә Исмәғил ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

Ҡырҙас ауылынан Таңсулпан һәм Илшат Ғиниәтовтарҙың татыу ғаиләһендә 6 бала үҫә. Гөлшат полиция хеҙмәткәре, Ильяс Өфөлә урман хужалығы колледжында, Илмир Магнитогорскиҙә политехник колледжында крансы һөнәрен ала, Ирек менән Таһир мәктәп уҡыусылары, Илсаф балалар баҡсаһына йөрөй. Таңсулпан Шәйхетдин ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

Йәнекәй ауылынан Юлия һәм Вәкил Муллағәләмовтарҙың ғаиләһендә 6 бала. Динар, Линара, Илмир мәктәптә уҡыйҙар, ә Нурия, игеҙәктәр Илназ менән Илзида әлегә өйҙә тәрбиәләнәләр.

 

Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: