+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Май , 16:00

Бәпембә сәскә атты – ҡулланып ҡалайыҡ!

Бәпембә сәйе холестеринды, ҡандағы шәкәрҙе кәметә. Халыҡ медицинаһында был үҫемлек киң ҡулланыла һәм һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Бәпембәнән төрлөсә ҡулланырға була. Унан һут яһайҙар, ҡайнатма әҙерләйҙәр, балға өҫтәйҙәр һәм сәй итеп эсәләр.

Бәпембә сәскә атты – ҡулланып ҡалайыҡ!
Бәпембә сәскә атты – ҡулланып ҡалайыҡ!

Бәпембәлә А һәм С витаминдары, калий һәм кальций күп, һәм ул төрлө ауырыуҙарға дауа булып һанала. Ҡағиҙә булараҡ, үҫемлектең тамырҙарынан һәм сәскәләренән сәй әҙерләйҙәр. Бынан тыш, унда ретинол, иннулин һәм торексациндың яҡшы сығанағы булып тора. Тынысландырыусы үҙенсәлектәре арҡаһында уның сәйе стресс, арығанлыҡ һәм депрессия ваҡытында файҙалы. Уның тамырҙары вирустарға ҡаршы тәьҫир итә, бауыр һәм үт ҡыуығы функцияһын яҡшырта.

Шулай уҡ бәпембә иммун системаһын нығыта, ҡан баҫымын, холестерин кимәлен, диабет ваҡытында шәкәрҙе кәметә, йөрәк мускулын нығыта һәм ҡан әйләнешен әүҙемләштерә. Бынан тыш, сәй ревматизм, һарылыҡ, артрит һәм подагра ваҡытында файҙалы. Шуға ҡарамаҫтан, эсемлекте хроник бөйөр етешмәүсәнлеге һәм аллергик реакцияларға бирелеүсән кешеләр һаҡлыҡ менән ҡулланырға тейеш.

Сәйҙе нисек әҙерләргә?

Файҙалы эсемлек әҙерләү өсөн үҫемлектең бөтә өлөштәре лә бара. Сәскәләрҙән иң ябай һәм тәмле сәйен ҡулланалар. Сәскәләрҙе юлдарҙан алыҫ, таҙа яландарҙа йәки баҡсала йыйығыҙ. 7-8 сәскәне яҡшылап сайып, ҡайнар һыу ҡойоп 5 минут төнәтергә. Тәм өсөн бер балғалаҡ бал өҫтәргә була.

Бәпембә сәскәләрен ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулы:

Йыйылған сәскәләрҙе йыуығыҙ һәм ҡоро елләтелгән бүлмәлә киптерегеҙ. Үҫемлектең киптерелгән өлөштәрен быяла банкаларҙа йәки туҡыма тоҡсайҙарҙа һаҡлау уңайлы.

Бәпембә сәскә атты – ҡулланып ҡалайыҡ!
Бәпембә сәскә атты – ҡулланып ҡалайыҡ!
Автор:
Читайте нас: