Мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, Рауил балалар йортона, ауылдар халҡына тәмле икмәк, сәйгә төрлө тәм-том ризыҡтарын өс машина ташып өлгөртә. Сәк-сәк, төрлө бәлештәр, татлы тәмлекәстәр, ҡырҡылған һалма, шаурма һәм башҡа төрлө ризыҡтар көн дә әҙерләнеп, һатыуға сығарыла. Ғаилә бизнесын Әнисә Мәһәҙей ҡыҙы улы Рөстәм Ринат улы менән берлектә алып бара. Ял көндәрендә тормош иптәше, килене ярҙам итә. Ундан ашыу эш урындары булдырылған. Үткән йылда субсидияға алыуға өлгәшеп, лизинг буйынса ике машина алағандар. Эшҡыуарҙарҙың киләсәктә Дауыт ауылында ҙур пекарня төҙөргә пландары бар. Әнисә Әхтәмова күп сараларға йыш ҡына бағымсы ла була. Районда үткән “Ҡомартҡы” республика сараһы сиктәрендә ойошторолған аш- һыу әҙерләүселәр конкурсында эшҡыуарҙың әҙерләгән ризыҡтары беренсе урын менән билдәләнде.
“Урал аръяғы-2024” инвестһабантуйының беренсе көнөндә Сибай ҡалаһында эшҡыуарҙар форумында ҡатнашып, Әнисә Мәһәҙей ҡыҙы дәртләнеп, яңы пландар менән ҡайтҡан. Артабан да “Сәк-сәк кондитер” икмәкханаһына уңыштар теләйбеҙ.