+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
31 Май , 12:00

Путин наградалар алған ғаиләләр менән осрашты

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Владимир Путин видеоэлемтә аша «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән ғаиләләр, «Герой-Әсә» маҡтаулы исеменә лайыҡ булған әсәләр һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән осрашты. #ВладимирПутин

Путин наградалар алған ғаиләләр менән осрашты
Путин наградалар алған ғаиләләр менән осрашты

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Владимир Путин видеоэлемтә аша «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән ғаиләләр, «Герой-Әсә» маҡтаулы исеменә лайыҡ булған әсәләр һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән осрашты.

Президент менән Мәскәү, Төмән, Томск, Донецк, Ленинград өлкәһе, Краснодар һәм Камчатка крайы, Сыуаш һәм Чечен республикаларынан күп балалы ғаиләләр бәйләнештә була. Сарала шулай уҡ Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм президент ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса Вәкил Мария Львова-Белова ҡатнашты. «Ата-әсәлек даны» ордены менән ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән йәки тәрбиәләгән ата-әсәләр (уллыҡҡа алыусылар) бүләкләнә. «Ата-әсәлек даны» ордены 2008 Йылда Президент Указы менән булдырыла. «Герой-Әсә» исеме ун һәм унан да күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә бирелә. Шулай уҡ ҡатын – ҡыҙҙарға айырым отличие билдәһе - Герой-Әсә ордены тапшырыла

Автор:
Читайте нас: