Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров сараны асып, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе байрам менән ҡотланы.
Кескәйҙәр өсөн район балалар ижады йорто янында эшләп килгән «Йәш таланттар» түңәрәге етәксеһе Айгөл Ғәбитова талантлы балалар менән әҙерләгән концертты ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың яратҡан әкиәт геройҙары Дейзи, Микки,Минни, Веселинка һәм Веснушка алып барҙы.
Концертты «Алтынай» өлгөлө бейеү ансамбленең бәләкәйҙәр төркөмө тыныслыҡ тураһында «Аист на крыше» йырына сағыу композиция менән асты. Шулай уҡ Ләлә Йәнекәйева етәкләгән Таштимер мәктәбенең «Талгиҙәр» ансамбле зонтиктар менән бейеп, сараны йәмләне.
Бигерәк тә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Фәнилә Мәғәфүрованың («Ҡайынҡай»), Нурия Моратова һәм Азалия Әхмәтҡужинаның («Сулпылар») сығыштарын тамашасылар йылы ҡаршыланы. «Йондоҙ» йырын башҡарған Аделия Ҡадирова («Тирмәкәй») үҙе йондоҙ булып «ҡабынды». Арина Кәлимуллинаның («Ҡайынҡай»), балалар ижад мәктәбе уҡыусылары Арина Тутаева, Гөлнәзирә Әхтәмова һәм Азиза Латипованың сағыу сығыштары ла күңелдәргә хуш килде. Т. Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһының «Мираҫ», «Самрау», «Радуга» бейеү ансамблдәре һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә сығыш яһанылар.
«Гүзәлкәй-2024» район конкурсында ҡатнашыусылар матур күлдәктәрҙә дефиле күрһәттеләр. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән республика конкурсында призлы урын яулаған Әбделмәмбәт мәктәбенең «Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары» (Г. Х. Моратшина) сағыу формаларҙа үҙенсәлекле сығыштары менән байрамға йәм өҫтәне.
Район балалар ижады йорто педагогтары макраме, бисер үреү һәм ҡағыҙ пластикаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, уларҙа балалар әүҙем ҡатнашты һәм эшләгән әйберҙәрен үҙҙәренә алдылар.
Район инвалидтары ойошмаһы рәйесе Н. В. Әҡсәнова балаларҙы байрам менән ҡотланы һәм «Творчество без границ» исемле район конкурсының йомғаҡтарын иғлан итте. Инде йолаға әүерелгән был бәйгелә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, тормошто яратҡан, сәмле, дәртле балалар ҡатнаша.
Быйылғы конкурста Дәүләттән 6 йәшлек Рита Килдейәрова төп призды яуланы.Өс йәшенән йырлаған аҡыллы, дәртле, алсаҡ ҡыҙыҡай матур итеп һүрәт тә төшөрә икән. Нәсимә Вәис ҡыҙы Ритаға диплом тапшырҙы. Ҡыҙыҡай тулҡынланды, ә шулай ҙа матур йырын башҡара алды. быйыл беренсе класҡа барырға йыйына.
Әбделғәзенән Фидан Исҡаҡов менән Радмир Кинйәбулатов «Вокал» номинацияһында, Буранғолдан Рәмил Кәйепҡолов һәм Мөхәмәт Сәлмәнов, Асҡарҙан Илмир Муллағәләмов, Ишбулдынан Асия Ғүмәрова «Нәфис һүҙ» номинацияһында I дәрәжә дипломы менән бүләкләнделәр.
Тағы ла бер төркөм балалар гәзитебеҙҙең дипломанттары булдылар. Күптән түгел «Осҡон» һылыуы» һәм «Осҡон» батыры» интернет-конкурсы үткәргәйнек. Унда 16 бала ҡатнашты. Һылыу ҡыҙҙар батыр егеттәргә ҡарағанда әүҙемерәк булдылар. Еңеүселәрҙең бөтәһенә лә дипломдар һәм «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексының (Т.Сәйфуллин) бассейнына өс тапҡыр бушлай инеү өсөн сертификаттар тапшырҙыҡ. Ә ҡыҙҙарға иһә бүләккә шуларға өҫтәп, Зарина Йәнбирҙинаның «Урал аръяғы – Һомай» модель студияһына дүрт тапҡыр бушлай йөрөү хоҡуғы биргән сертификаттар бирелде. Был сертификаттарҙы модель студияһына йөрөгән ҡыҙҙар тапшырҙы, еңеүселәргә миҙал таҡтылар, таж кейҙерҙеләр һәм таҫма таҡтылар.
Шул уҡ ваҡытта футбол уйындары ла ҡыҙыу барҙы. Көсөргәнешле ярышта Красная Башкирия командалары өлкәндәр араһында ла, бәләкәйҙәр араһында ла беренселекте алды. Гимназия уҡыусылары ике төркөмдә лә икенсе булдылар был уҡыу йортоноң 3-4 кластар уҡыусыларынан торған тағы бер командаһы өсөнсө урында билдәләнде.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү — һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнайыҡ, күңел йылыбыҙҙы һәм иғтибарыбыҙҙы йәлләмәйек, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлайыҡ. Балаларға байрам көнөндә күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.