Башҡортостан Республикаһының Ат үрсетеү һәм ат спорты буйынса Компетенция үҙәгенең әйҙәүсе зоотехнигы Мәрзиә Хазиханова билдәләүенсә, Ҡорғаҙаҡтың ҡанатлылығы айырыуса сағыу һыҙаттарға эйә һәм тоҡомдоң ҡырағайлығын иҫбатлаған һыҙат булып тора.
— Башҡорт тоҡомо айырым төҫтәргә эйә. Улар араһында йыш ҡына артҡы яғында билбау тип аталған ҡара һыҙат, йәки аяҡтарында ҡара төҫтәге арҡыры һыҙаттар — зеброидлыҡ йыш осрай. Әммә ҡанаттар (аттың яурынындағы күбәләк ҡанаттары рәүешендәге һүрәт) — ярайһы уҡ һирәк күренеш.
Башҡорт мифологияһында иң билдәле персонаж ҡанатлы ат — Аҡбуҙат барыһына ла билдәле. Башҡорттарҙа борондан ҡанат рәүешендә шундай тамғалы атҡа эйә булыу яҡшы билдә тип һаналған.
#Башкортаты #Башкортаты_2024 #ФестивальБашкортаты_20246