Ленара Иванова билдәләүенсә, көҙҙөң тәүге ике айында хеҙмәт баҙарында әүҙемлек һәр ваҡыттағыса юғары, был иһә эште алмаштырыу йәки йәйге тәнәфестән һуң эшкә урынлашыу өсөн шәп ваҡыт.
«Сентябрҙә эш табыу буйынса 120-нән ашыу сара үткәрелә. Мәҫәлән, вакансиялар йәрминкәләре, асыҡ кадрҙар һайлап алыу һәм эш биреүселәр менән осрашыу», — тине республиканың хеҙмәт министры.
Бындай саралар быйыл ил башлығы тарафынан тәҡғдим ителгән “Кадрҙар” милли проекты үтәлешенә ҙур өлөш индерәсәк.
Сентябргә саралар исемлеген ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин: https://rczn.bashkortostan.ru/presscenter/news/654813/