-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Сентябрь , 16:10

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ

Республикала  "Мутлашыусы, туҡта!» акцияһы башланды.

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ
Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ

 Уның маҡсаты — халыҡты еңел аҡса эшләргә теләүселәрҙән аралау.

 Һуңғы йылдарҙа мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, ҙур суммала аҡсаларын юғалтҡан кешеләр күбәйә. Аңлатыу эштәре алып барылыуға ҡарамаҫтан, ете ят кешегә ышанып һемәйеп ҡалыусылар арта. Енәйәтселәр аҡса үҙләштереү алымдарын яңыртып тора, ниндәй генә ысулдар ҡулланмай.

Бигерәк тә ололар мутлашыусыларға тиҙ ышанып бара. Уларҙы әленән-әле иҫкәртеп торорға онотмағыҙ һәм үҙегеҙ ҙә ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ, уяу булығыҙ. Бер ҡасан да смс-хәбәрҙә килгән кодты хәбәр итмәгеҙ. Шылтыратыусы үҙен банк йәки полиция хеҙмәткәре тиеп таныштырһа ла, шәхси мәғлүмәттәрҙе бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Был паспорт мәғлүмәттәренә генә түгел, телефон номерҙарына, иҫәп-хисаптарға, банк карталарына һәм башҡаларға ҡағыла. Ышаныслы онлайн-түләү сервистарын ғына файҙаланығыҙ. Һуңғы осорҙа социаль селтәрҙәрҙә, ватсапта “Һорауға яуап бир һәм өс мең һум аҡса ал”, “Пенсионерҙар өсөн яҡшы яңылыҡ” кеүек хәбәрҙәр ебәрәләр. Һәм унда бирелгән һылтанма буйынса үтеүҙе һорайҙар. Ҡыҙыҡһыныусан кешеләр шикле һылтанманы асып ҡараясаҡ. Һаҡ булығыҙ –  был сайттар аша һеҙҙең пароль-мәғлүмәттәрҙе белергә тырышалар.

Шулай уҡ, картаның юғалыуы һәм урланыуы тураһында ваҡытында хәбәр итергә кәрәк. Әгәр карточка юғалған икән, уны ҡулланыу хәүефле. Картаны яңынан сығарыу яҡшыраҡ. Эйе, ваҡытығыҙҙы сарыф итәгеҙ, әммә аҡсағыҙҙы урлау хәүефе кәмей. "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә иҫәп яҙмаһын һаҡларға кәрәк: өҫтәмә раҫлау ысулы менән инеүҙе көйләгеҙ, электрон почтаға инеү тураһында белдереүҙәр булһын, контроль һорау ҡуйығыҙ, башҡа сайттарҙа осрамаған уникаль логин һәм пароль ҡулланығыҙ.

 Бынан тыш, Башҡортостан  Эске эштәр министрлығының "Мошки" телеграм-каналына яҙылырға була (https://t.me/bashmoshki), унда даими нигеҙҙә мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып мутлыҡ ҡылыусыларҙың алымдары һәм ысулдары яҡтыртыла.

Был каналда мутлашыусыларҙың яңы схемалары тураһында хәбәр ителә, еңел байырға теләүселәрҙең тоҙағына нисек эләкмәҫкә кәрәклеге тураһында файҙалы кәңәштәр бирелә. Шулай уҡ уңайлы чат-бот эшләнгән, ул һеҙҙең һорауҙарға яуап бирәсәк.

Район эске эштәр бүлеге барыһын да тағы бер тапҡыр иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! Туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ ватсап аша аҡса һораһа ла, шылтыратып ысынлап та улар һорауына инанығыҙ. Банк хеҙмәткәре булып шылтыратыусылар телефон аша кредит алырға өгөтләй икән, ышанмағыҙ! Ниндәйҙер хеҙмәткәр булып һеҙгә хәбәр һөйләй башлаһалар, шунда уҡ телефонды һүндерегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органында, йә банкта эшләүсе булып таныштыра. Картағыҙҙағы мәғлүмәттәрҙе, реквизиттарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Һаҡ булығыҙ!

И. Килдейәров, район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары.

Автор:
Читайте нас: