Көнүҙәк
18 Октябрь 2024, 09:47

«Профилактик десант» эшен дауам итә

Бәлиғ булмағандар буйынса комиссия рәйесе ағзалары, полиция хеҙмәткәрҙәре, хакимиәт белгестәре һәм социаль хеҙмәткәрҙәр район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова етәкселегендә Йәнгел ауыл биләмәһенә комплекслы рейд менән сыҡты.

Сараның төп маҡсаты имен булмаған ғаиләләрҙең, иҫәптә торған граждандарҙың йәшәү шарттарын тикшереү, йәшәү урынын ҡалдырыуға әүәҫ балаларҙың тәртибен тикшереү, улар араһында алкоголле эсемлектәр һәм наркотиктар ҡулланыу буйынса профилактик эш алып барыу ине. Комиссия ағзалары Таштуй, Йәнгел ауылдарында ғаиләләрҙе байҡап сыҡты. Улар фатирҙарға барғанда янғын хәүефһеҙлегенә, айырыуса өйҙәрҙең торошона иғтибар бүлде, һәр ғаилә ағзаһы менән әңгәмәләште, проблема-ларҙы уртаға һалып, хәл итеү юлдарын эҙләне. Йәнгел ауыл биләмәһе осраҡлы ғына һайланмаған, бында бәлиғ булма-ғандар һәм өлкән йәштәгеләр араһында енәйәт һәм эскелек буйынса һуңғы ваҡытта «күңелһеҙ хәлдәр» йышайған.

Һаман да бер үк һыҙланыу...
Эскелек — бөгөнгө көндә иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Ошо афәт арҡаһында күп ғаиләләр тарҡала, атай йә әсәй кеше эскелектән үлеп китә, балалар етем ҡала. Урамда эскән ир күрһәләр, әллә ни иғтибар ҙа итмәйҙәр, ә иҫерек ҡатын бөтөнләй икенсе ҡараш уята. Йәнгел ауыл биләмәһендә был мәсьәлә киҫкен тора. 
Комиссия ағзалары — бәлиғ булмаған-дар комиссияһы рәйесе Рәмзиә Ниғмә-туллина, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген про- пагандалау буйынса инспектор Альбина Мусина, бәлиғ булмағандар буйынса инспектор Миңзәлә Ҡәйепова, «Ғаилә» үҙәгенән психолог Гүзәл Әйүпова иҫәптә торған ғаиләләрҙе байҡаны. 
Бәхеткә күрә, беҙ барғанда улар айыҡ ине. Тәүге ишек шаҡыған ҡатындың ике бәлиғ булмаған һәм бер бәлиғ булған балалары бар. Өйөндә иртә менән тәмле еҫтәр сығарып тамаҡ бешергән ҡатындың шешәләш әхирәте эргәһендә булыуы, өй эсенең бысраҡлығы эсте бошорҙо. Ә әхирәт әле генә магазиндан килгән ине... Комиссия ағзалары алдында матур һүҙ-ҙәр һөйләп ҡалһалар ҙа, ул йортта кискә табан ни булғаны беҙгә билдәһеҙ. 
Икенсе ҡатындан насар еҫ килһә лә, өйөндә ремонт эштәре барыуы шатлан-дырҙы. Тормош иптәше МХО-ла булған ҡатын дәртләнеп донъяһын бөтәйтеүгә керешкән, бәлки «һаҙлыҡ»тан сығыр, ти-гән һығымта яһанылар комиссия ағзала-ры. Уның өс бәлиғ булмаған балаһы бар.
Иҫәптә торған тағы бер ҡатын өйҙә булманы, әллә комиссия ағзаларына ишекте асыуҙы кәрәк тип тапманымы икән, уныһы беҙгә ҡараңғы.
Иҫәптә тормаһалар ҙа, ауыл биләмә-һе башлығы, мәктәп директоры, уҡы-тыусылар күҙәтеүе аҫтында йәшәгән «байрам итергә яратҡан», балаларын тейешенсә ҡарамаған әсәйҙәр ҙә бар. Шундай 1991 йылғы ҡатынға комиссия ағзалары РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса протокол төҙөнө. 
Рейдтарға йөрөгәндә дәүләт күп балалы әсәләрҙе ҙур күләмдә пособие-лар менән тәьмин иткән мәлдә эскелек менән дуҫ булған ҡатындарҙың балалары өсөн тәғәйенләнгән пособиены икенсе юлға йүнәлтеүен ишетеү әсендерҙе. «40 мең, 62 мең пособие алам, аҡса етмәй, ирем ярҙам итмәй, балаларҙы уҡыуҙан алып ҡайтырға кеше юҡ», тип ауыҙ тул-тырып дәүләтте һүкһәләр ҙә, кемдәндер ситтән ғәйеп эҙләһәләр ҙә, үҙҙәре бер ҙә эш эҙләп, аҡса табыу юлын уйламаған был ҡатындар. Бәлки, улар эшһеҙлектән дә ошондай юлға баҫалыр?...
Бер үк төрлө «герой»ҙарҙан, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнмәгән ата-әсәләргә аҡыл өйрәтеүҙән, дөрөҫ юлға баҫырға өгөтләүҙән, «уйланып, аҡылға ултырыр» тигән уй менән иҫкәртеүҙәрҙән арыған комиссия ағзалары был юлы ла уларҙың һәр ҡайһыһына ярҙам итергә тырышты, хәлдәренә инде, кешелеклелек сифаттарын һаҡлап ҡала белде. 

Барыһынан элек балалар имен булһын!
Үҙәк район дауаханаһынан табип-нарколог Айҙар Мираҫбаев, мәшғүллек үҙәгенән Дилара Фәттәхова, физкультура һәм спорт буйынса белгес Лилиә Маннапова, йәштәр йортонан педагог-ойоштороусы Азамат Әхмәтҡужин, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Альбина Мусина, бәлиғ булмағандар буйынса инспектор Миңзәлә Ҡәйепова, район мәғариф бүлегенән Азалия Әһелова Йәнгел урта мәктәбендә балаларға профилактик лекциялар уҡыны.
Сарала ҡатнашыусылар йәнә бер тапҡыр балаларҙы бәлиғ булмағандарҙың үҙҙәре һәм уларға ҡарата ҡылынған законһыҙ ғәмәлдәрҙән, шулай уҡ балаларҙың һаулығына зыян килтереүсе бәхетһеҙ осраҡтарҙан иҫкәртергә саҡырҙы. Үҫмерҙәр араһында алкоголизм һәм наркоманияны иҫкәртеү, балаларҙың социаль сел- тәрҙәрҙә булыуын тейешле контролдә тотоу кәрәклеге буйынса, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, шулай уҡ водитель таныҡлығы булмайынса машинаға идара итеү, иҫерек килеш рулгә ултырыу эҙем-тәләре хаҡында аңлатыу әңгәмәләре үткәрҙе. 
— Алкоголизм — ул хроник ауырыу, ә эскелек — ул алама ғәҙәт. Бер генә хроник ауырыуҙы ла дауалап булмаған кеүек, алкоголизм да үтмәй ҙә, бөтмәй ҙә, ва-ҡытлыса ғына туҡтап тора. Хроник ауы-рыуҙарҙан бөтөнләйгә ҡотолоу осраҡтары булыуы ихтимал, әммә бик һирәк. Нигеҙҙә, мөмкин түгел. Ә дауалау ярҙа-мында ваҡытлыса еңеләйтеп торорға мөмкин. Нарколог булып 28 йыл эшләү дәүеремдә бик күп пациентты ҡабул итергә тура килде. Алкоголизм — бик ауыр сир, кешеләр айҙар, йылдар буйы интегә, тик ҡотола алмай. Алкоголь ҡабул итеү — ул ауырыу түгел, ә ауырыуҙың билдәләренең береһе генә. Тағы бер үҙенсәлеге: алкоголизм — ул психиатрик ауырыу. Бармаҡ ауыртһа, йөрәк ауыртһа, шунда уҡ тоябыҙ, ә күңел ауырыуын тойоуы ҡыйын. Шуға күрә лә күп кенә алкоголик үҙенең ауырыуын аңлай алмай, — тине Айҙар Марат улы. — Табип-тар йыш ҡына, ауырыуҙы башланғыс стадияһында дауаларға кәрәк, ти. Ябай ғына миҫал. Шул уҡ кариесты ла тәүге ста-дияһында дауалауы еңелерәк тә, арзанға ла төшә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пробле-ма килеп тыумайынса табипҡа мөрәжә-ғәт итмәйбеҙ. Шуның кеүек, алкоголизм- ды ла тәүге стадияһында дауалауы еңе-лерәк һәм һөҙөмтә лә икенсе. Ә кешене көсләп дауалау мөмкин түгел. Физик йә-һәттән дә, әхлаҡи яҡтан да хоҡуғыбыҙ юҡ.
А. Мираҫбаев тағы ла уҡыусыларға бөгөнгө көндә наркотиктар ҡабул итеү буйынса иҫәптә — 9, ә наркотик матдә-ләрҙе ҡабул итеүселәрҙең 33 кеше булы-уын әйтеп үтте. Төнгө клубтарҙа, ябай парктарҙа сит кешенең һут йә ниндәйҙер шыйыҡсаны эсеп ҡарарға тәҡдименән баш тартырға ҡушты. Шулай уҡ йәштәр ара-һында модаға ингән «вейб»тар, «энергетик»тарҙың да кире яҡтарын һананы. Вейб тартыусыларҙың үпкәһе пленка ме-нән ҡапланып, тын алыуҙы насарайтыуын, ә «энергетик»тарҙың йөрәк ауырыуҙа-рына килтереүе хаҡында һөйләне ул. Уҡыу- сыларҙың наркотиктар ҡулланыу-ҡуллан-маулығын асыҡлау өсөн тест үткәрелде. 
— Юл фажиғәләренә күпселектә рулгә эскән килеш ултырыу, водитель таныҡ-лыҡтары булмау, юл ҡағиҙәләрен белмәү сәбәпсе. Көн һайын кәмендә бер осраҡ теркәлә. Быйылғы йылда бәлиғ булма-ғандар ҡатнашлығында 13 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Улар Красная Башки-рия, Тупаҡ, Озерный, Рауил, Ҡырҙас, Асҡар, Буранғол, Күсем руднигы, Туйыш, Сиҙәм, Әбдемәмбәт ауылдарында булды. Хатала-рын аңламайынса, тағы ла «тимер ат»ты йүгәнләүселәр күп, был осраҡта ата-әсәләр яуаплылыҡҡа тарттырыла, —тине А. Мусина.
Миңзәлә Хәйретдин ҡыҙы бәлиғ булма-ғандар араһында ныҡ таралған ҡотортҡос уйындар, эш боҙоуҙар тураһында һүҙ йөрөттө, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә балаларының тәртибен һәм ваҡытын тейешле контролдә тотоуға, уларҙың аралашыу даирәһенә иғтибарлыраҡ ҡа-рарға өндәне. Дилара Хитап ҡыҙы уҡыусы балаларҙы эшкә урынлаштырыу хаҡында бәйән итте. Азамат Әсхәл улы һәм Азалия Рим ҡыҙы иҫәптә торған балаларҙы ирек-мәндәр хәрәкәтенә йүнәлтеү, йәғни уларҙың буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү хаҡында телгә алды. 

Уҡыуға бармаған йәки өйгә ҡайтмаған...
Дәрестәр бөткәс өйөнә ҡайтмаған. Тышҡа сыҡҡан еренән юғалған... Тәҙрә аша сығып ҡасҡан... Атай-әсәйҙәре бала-ларын юғалтып, әленән-әле хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп тора.
Ярай әле күбеһе икенсе көнөнә һау-сәләмәт кенә көйө табыла. Ә уларҙы юғалтҡан өлкәндәр күпме борсола, ҡайғыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ ваҡыт эҙләп тә тере килеш табылмағандары ла бар бит. Шуға, һаҡ булығыҙ, балалар, тип әйтке килә.
Ә бит кемдер өйҙән үҙе ҡаса. Сөнки яҡын кешеләре уны аңламай, мәҫәлән, насар билдә алған өсөн әрләйҙәр һәм башҡалар. Йәнгел һәм Таштуй мәктәптәрендә бындай уҡыусыларҙың булыуы күңелде борсоно, уларҙың барыһы ла ҡыҙ балалар. Бер ауылдан икенсе ауылға ҡараңғы мәлдә әхирәтенә йоҡларға тип сығып киткән, өләсәйгә барам тип эҙһеҙ юғалған, юғалыуы арҡаһында дәрестәр-ҙе ҡалдырған ҡыҙҙар улар. Комиссия ағза- лары уларҙың һәр береһе менән айырым һөйләшеп, ҡайһыларына психологик ярҙам күрһәтергә, ҡайһыларының ата-әсәһенә шелтә эләктерергә лә өлгөрҙө.
Атай-әсәйҙәр балалары менән даими бәйләнештә булһын ине. Дөрөҫ, һәр кем балаһын мәктәпкә, түңәрәккә етәкләп йөрөтә алмай, эштәләр. Шулай ҙа һөйләшеп торорға телефон бар. Балалар үҙҙәре лә яуаплы булһын ине.
Таштуйҙа атаһы менән генә донъя көткән сығарылыш уҡыусыһының яҙмы-шы ла күңелде ҡырҙы. Атаһы Магни-тогорск ҡалаһында эшләй һәм малайы эргәһенә көн дә ҡайта алмай. Бала үҙе генә көн күрә. Контролдә тотоусы кешеһе бул-мағанғамы үҫмер инде бәйҙән ысҡынған. Төп бурысын — уҡыуға барыу-ҙы ул бөтөнләй үтәмәй тиерлек. Ә быйыл уға дәүләт имтихандарын тапшырырға кәрәк. Был өлкәлә, күрәһең, атайҙың да, малайҙың да ҡыҙыҡһыныуы юҡ. 

Эштәр һөҙөмтәле булыр, тип ышанайыҡ
Комиссия ағзалары, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар башҡарылған эштәргә анализ яһап, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр һәм граждандар менән артабан да даими эш алып барыу зарурлығын, биләмәлә спорт майҙансыҡтарын рәткә килтереүҙе билдәләне. Уларҙың фекере буйынса, социаль яҡтан имен булмаған һәр ғаилә менән даими эш алып барырға кәрәк. Ошо маҡсатта имен булмаған ғаиләләрҙе йәмәғәт ойошмалары, ауыл-дың хөрмәтле кешеләре күҙәтеүе аҫтына алырға тәҡдим ителде. 
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас