Федераль бюджеттың 2025-2027 йылдарға проектында страховка пенсияларына түләү өсөн 11 триллион һум аҡса һалынған. Ошо сумманан 700 миллиард һумы уларҙы индексациялауға йүнәлтелә, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Финанс министрлығы.
Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың 1 ғинуарынан эшләп йөрөгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарға пенсия инфляция кимәлендә индексациялана. Иҡтисад министрлығы уны 7,3% кимәлендә булыр тип көтә. Эшләмәгән пенсионерҙарҙың ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме яҡынса 24 мең һум тәшкил итергә тейеш.
Пенсияның артыуы "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты үтәлешенә лә бер аҙым был.